Туғай турғайы
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Туғай турғайы | ||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|
||||||||||||
| Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||
| Acrocephalus arundinaceus (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 148392 |
Туғай турғайы , туғаяҡ(урыҫ. Дроздовидная камышевка, лат. Acrocephalus arundinaceus) — турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Сыйырсыҡ ҙурлығында. Бик хәрәкәтсән, өҙ¬лөкһөҙ тауышланып йөрөүсе ҡош. һырт яғы ҡара-көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы көслө генә: «шаҡ-шаҡ». һайрауы тупаҫ һәм сырылдаҡ өндәрҙән тора: «трин-трин-керс-керс-бит-бит-вийт-вийт».
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Ҡурҙайҙарҙан байтаҡҡа ҙур булыуы менән айырыла, һыу ситтәрендәге шырлыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Төрлө бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ояһын кәрзинкәгә оҡшатып, ҡамыш һабаҡтарында үрә. Ҡара, һоро, көрән таптар, сыймалаҡтар менән сыбарланған 3—6 бөртөк йәшкелт аҡ йомортҡаһы була.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9