Туғаҙаҡ

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡоштар
Dabao.jpg
Йорт турғайы
Батшалыҡ Хайуандар
Тип Хордалылар
Класс Ҡоштар
Отряд Торна һымаҡтар
Төр Көйөлдө
Халыҡ-ара фәнни исеме
(Linnaeus, 1758]])
Йәшәү ареалы
Otis tarda distribution.png
     Күберәк күсмәй торған популяция

     Күберәк күсмә популяция      Күберәк ҡышлау

Туғаҙаҡ (лат. Otis tarda, урыҫ. Дрофа) — оҙон, көслө аяҡлы, оҙон муйынлы, ҡыҫҡа суҡышлы бәләкәй генә страусҡа оҡшаған ҡош. Күп илдәрҙә далала йәшәй, ауыр оса, шәп йүгерә, үҫемлек һәм ваҡ хайуандар менән аҙыҡлана, ауырлығы 16 кг-ға етә торған эре ҡоштар.

Был ҡошто башҡорттар туғаҡ, туҙаҡ, дөйәғош тип тә йөрөтәләр.

[үҙгәртергә] Тасуирлама

Оҙонлоғо 1 метр, ҡанаттарының иңе 2— 2,4 метр, ауырлығы 7—12 килограмм. Башы, муйыны, ҡанаттарының өҫкө яғы һоро; һырты йыш ҡара һыҙыҡлы — ерән һары; кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө аҡһыл һары. Эйәгендә йомшаҡ һоро ҡауырһындарҙан һаҡалы бар. Күҙҙәре көрән, суҡышы ҡара, аяҡтары һоро. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин тугел. Шым ҡош, ҡайһы ваҡыт тоноҡ ҡына тырылдай йәки тамаҡ төбөнән «ҡоңҡ» тигән тауыш сығара. Ҡарағуралы дала йәки ваҡ ҡыуаҡлы яландарҙа йәшәй.

[үҙгәртергә] Тереклек итеүе

Туғаҙаҡ дала ҡошо. Евразияның урманлы далаларында ла осрай. Үлән уҫентеләре һәм орлоҡтары, еләк, бәжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Ояһын ерҙә соҡоп яһай. Ҡара-көрән таплы 2—3 бөртөк йәшкелт һоро йомортҡаһы була.

[үҙгәртергә] Туғаҙаҡ һәм кеше

XX быуат башында туғаҙаҡ иң күп һанлы ҡоштар иҫәбендә булған. Әммә улар йәшәгән сиҙәм ерҙәрҙе эшкәртеү башланғас был ҡоштарҙың һаны ҡырҡа кәмене. Ҡош ите деликатес тип һанала, шуға ла браконьерҙар ҡулынан күпләп ҡырыла. Көҙ көнө ҡанаттары сыланып, ҡырауҙа туңып боҙланһа ҡош оса алмай. Шул ваҡытта вәхшиҙәрсә таяҡ менән һүғып үлтереүселәр ҙә бар.

Башҡортостанда ла хәҙер бик һирәк, айырым йылдарҙа ғына осрай.

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә