Тырново кенәзе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тырново кенәзе (болг. Княз Търновски) ― элек Болгария батшаларында беренсе балаға бирелә торған титул. Уны тик тәхет вариҫы ғына йөрөтә алған[1].

Тырново (Велико-Тырново) ― Болгарияның боронғо баш ҡалаһы. XII һәм XIV быуаттар араһында иң яҡшы нығытылған болгар ҡалаһы һәм Болгар батшалығының мөһим сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм дини үҙәге була. XIV быуатта, Византия империяһы көсһөҙләнгәс, Тырново үҙенең Балҡан ярымутрауындағы көслө мәҙәни йоғонтоһо арҡаһында өсөнсө Рим роленә дәғүә итә башлай.

1393 йылда, өс ай ҡамауҙан һуң, Тырново һәм бөтә Болгар батшалығы Ғосман империяһы тарафынан баҫып алына. Болгар батшаһы Иван Шишман Тырново кенәзе титулын ҡабул итһә лә (болг. Господин Търновски), үҙенең резиденцияһын Никополь ҡәлғәһенә күсерә.

1593 йылда урта быуат династияһы Шишмандар нәҫеле вәкиле Теодор Баллина Тырново кенәзе титулын ҡабул итә. Ул шулай уҡ Ғосман империяһы хакимлығына ҡаршы Беренсе Тырново ихтилалы етәксеһе лә була. 1686 йылда династияның тағы бер вәкиле һәм Икенсе Тырново ихтилалы етәксеһе Ростислав Страшимирович был титулды ҡабул итә. 1835 йылда Өсөнсө Тырново ихтилалы ваҡытында уның юлбашсыһы Велхо Атанасов та был титулды ҡабул итә.

Болгария тәхетенән баш тартҡандан һуң, кенәз Александр Батенберг Тырново кенәзе титулына дәғүә итә һәм уны үлгәнсе ҡуллана.

1894 йылда Фердинанд I улы Борис, кронпринц, йәғни болгар тәхете вариҫы булараҡ, Тырново кенәзе титулын ала. Батша ғаиләһе 1946 йылда монархия ҡолатылғас та был титулды ҡулланыуҙы дауам итә. Тырново кенәзенең ҡатыны Тырново княгиняһы титулына эйә (болг. Княгиня Търновска).

Тырново кенәздәре исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсеме Исеме Ҡасандан алып Ҡасанға тиклем Династия Герб
Иван Шишман 1393 1395 Шишмановичтар
Теодор Баллина 1593 1593 Шишмановичтар
Ростислав Страшимирович 1686 1686 Шишмановичтар
Велхо Атанасов 1835 1835 Атанасовтар
Александр Баттенберг 1886 1893 Гессендар йорто
Борис III 1894 1918 Саксен-Кобург-Гота
Симеон II 1937 1943 Саксен-Кобург-Гота

Монархия ҡолатылғандан һуң титулға дәғүәселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсеме Исеме Ҡасандан алып Ҡасанға тиклем Династия Герб
Кардам Болгарский 1962 2015[2] Саксен-Кобург-Гота
Борис 2015
Саксен-Кобург-Гота

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Black Floyd H. The American College of Sofia: a chapterin American-Bulgarian relations. — Original from the University of California: Trustees of Sofia American Schools, inc., 1958. — P. 59.
  2. Скончался сын бывшего болгарского царя Симеона II  (рус.), Interfax.ru (7 апрель 2015). 21 март 2017 тикшерелгән.