Тютчев, Фёдор Иван улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Tiutchev.jpg

Фёдор Иван улы Тютчев (урыҫ. Фёдор Иванович Тютчев) — арҙаҡлы урыҫ яҙыусыһы, шағир, дипломат. Санкт-Петербург фәндәр академияһы ағзаһы. 1803 йылдың 5 декабрендә Орел губернияһы, Брянск өйәҙе, Овстуг имениеһында тыуған. 1873 йылдың 27 июнендә Царское Селола үлгән. Санкт-Петербургтағы Новодевичий монастыре ҡәберлегендә ерләнгән.

Мюнхен, Турин ҡалаларында йәшәгән, Гейне, Шеллинг менән таныш булған. Рәсәйҙең әҙәбиәт тормошонда ҡатнашмаған, үҙен әҙип тип атамаған. Шуға ҡарамаҫтан, Тютчевтың 400-гә яҡын шиғырҙары һаҡланған, уларҙың юлдары Рәсәйҙә йыш ҡына телгә алыналар. Уның тәүге шиғырҙары XVIII быуаттағы шиғри ғөрөф-ғәҙәттәр тәьҫирендә яҙылған. 1830-сы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында Европа (бигерәк тә немец) романтизмы йүнәлеше көслө. Уның фәлсәфәүи (медитатив) лирикаһында төп темалар булып ил, кеше ғүмере, тәбиғәт тураһында уйланыуҙар тора. 1840-сы йылдарҙа Рәсәй һәм көнбайыш цивилизациялары араһында булған мөнәсәбәттәргә бағышланған сәйәси мәҡәләләр яҙа. 1850-сы йылдарҙа Тютчев мөхәббәткә бағышланған һәм йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә, унда мөхәббәт бәхетһеҙлек, ҡайғы мәғәнәһендә аңлатыла. Һуңыраҡ был шиғырҙар «Денисьева циклы»на, йәғни шағирҙың Е.А. Денисьева исемле һөйәркәһенә бағышланған шиғырҙар шәлкеменә, инә. 60-70-се йылдарҙа Тютчев ижадында бигерәк тә сәйәси шиғырҙар өҫтөнлөк итә.

Иң танылған шиғыры «Silentium!» – әсенеү менән өндәшмәҫкә саҡыра, сөнки бер кешенең әйткәнен икенсе кеше бер ваҡытта ла һуңынаса аңлап бөтмәй. «Аҡыл менән Рәсәйҙе аңлап булмай», «Әйтелген һүҙҙең ниндәй мәғәнәлә кире әйләнеп ҡайтасағын алдан фаразлап булмай» һәм «Әйтелгән уй ул алдау» тигән шиғри юлдар Тютчевтың иң йыш ҡабатланған афоризмдары.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]