Түбәнге Кәлтәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Түбәнге Кәлтәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°16′04″ с. ш. 55°59′58″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 835 003

ОКТМО коды

80 650 435 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түбәнге Кәлтәй (Рәсәй)
Түбәнге Кәлтәй
Түбәнге Кәлтәй
Түбәнге Кәлтәй (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Кәлтәй

Түбәнге Кәлтәй (рус. Нижнее Кальтяево) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 41 кеше[1]. Почта индексы — 452834, ОКАТО коды — 80250835001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 41 23 18 56,1 43,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (77 %) йәшәй[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кәлтәй): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 34 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәлтәй ауылы шул исемдәге йылға буйында урынлашҡан. Ҡырғыҙ-Танып улусының Ҡайпан түбәһендә булған. 1795 йылда ауылда 22 ир-ат һәм 38 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Барыһы ла аҫаба булған. Улар күптән түгел килеп урынлашҡан. «Был ауылға башҡорттары төрлө ерҙәрҙән килгән» тигән документ һаҡланған. Әммә барыһы ла Ҡайпан түбәһенә ҡараған. Тимәк, был яңы ауылды төрлө ауылдан килгән ҡайпандар нигеҙләгән. 1811 йылда 62 ир-ат теркәлгән, 1816 йылда — 67 ир-ат, 1834 — 185, 1859 йылда — 236, 1870 — 287, 1920 йылда — барлығы 766 башҡорт йәшәгән. Был ауылдан Түбәнге Кәлтәй ауылы бүленеп сыҡҡан. Был ауыл Үрге Кәлтәй тип атала башлаған. 1925 йылда Түбәнге Кәлтәйҙә 18 хужалыҡ булған.[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]