Түбәнге лужи теле
| Түбәнге лужи теле | |
|---|---|
| Үҙатама: | Dolnoserbska rěc, dolnoserbšćina |
| Илдәр: | Германия |
| Төбәктәр: | Бранденбург |
| Телде белеүселәрҙең дөйөм һаны: | ~14 000 |
| Классификация (?) | |
| Категория: | Евразия телдәре |
| Яҙма: | Латин әлифбаһы (түбәнге лужи имләһе) |
| Тел кодтары (?) | |
| ISO 639-1: | |
| ISO 639-2: | dsb |
| ISO 639-3: | dsb |
Түбәнге лужи теле (т.-луж. dolnoserbska rěc, dolnoserbšćina) — ҡөнбайыш славян теле. Ул поляк теленә яҡын (әммә, үрге лужи теле чех теленә яҡын).
[үҙгәртергә] Телдең таралыуы һәм бөгөнгө торошо
Түбәнге лужи телендә Түбәнге Лужицала һәм Германияның көнсығыш өлөшөндәге Котбус ҡалаһы тирәһендә һөйләшәләр. Был телде белеүселәр һаны 5 меңдән 15 меңгә яҡын, әммә телде актив ҡулланыусылар һаны бынанда аҙыраҡ. Демографик тикшереү мәғлүмәттәре буйынса түбәнге лужи телендә өлкән йәштәгеләр һөйләшә. Йәш быуын, профессиональ карьераға булышлыҡ итә тип, немец теленә өҫтөнлөк бирә.
Телде юғалыуҙан һаҡлап ҡалыу саралары күрелә. Шуларҙың иң мөһиме, телде балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Витай-программа»һы. Әммә нәтижәһе ҡәнәғәтләнерлек түгел, шуға ла киләсәккә оптимизм менән ҡарап булмай. Әгәр лужи халҡы үҙ телен һаҡлау буйынса ҡыйыу саралар ҡабул итмәһә, киләсәктә бер-ике быуындан тел юғаласаҡ тигән хәүеф бар.
[үҙгәртергә] Әлифба
| Хәреф | Исем | Хәреф | Исем | Хәреф | Исем | ||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| A | a | a | CH | ch | cha | Ŕ | ŕ | eŕ, veke eŕ | |||||
| B | b | bej | I | i | i | S | s | es | |||||
| C | c | cej | J | j | jot | Š | š | eš | |||||
| Č | č | čej | K | k | ka | Ś | ś | śej | |||||
| Ć | ć | ćej | Ł | ł | eł | T | t | tej | |||||
| D | d | dej | L | l | el | U | u | u | |||||
| DŹ | dź | dźej | M | m | em | W | w | wej | |||||
| E | e | e | N | n | en | Y | y | y | |||||
| Ĕ | ĕ | jet, ĕt | Ń | ń | eń | Z | z | zet | |||||
| F | f | ef | O | o | o | Ž | ž | žet | |||||
| G | g | gej | P | p | pej | Ź | ź | źej | |||||
| H | h | ha | R | r | er | ||||||||
[үҙгәртергә] Ҡарағыҙ
| Был тел йәки тел белеме тураһында мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ мәҡәләне мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |