Тәтелдәүес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәтелдәүес
Травник
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Tringa totanus (Linnaeus, 1758)

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 143998

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176622
NCBI  171271
EOL  1049440

Тәтелдәүес, тәтелдәүек, ҡыҙылаяҡ, ҡыҙылаяҡ сәпсәү (лат. Tringa totanus, рус. Травник) — оҙон ҡыҙыл аяҡлы, оҙон муйынлы, тура суҡышлы, һырты һарғылт көрән, ҡанаттары сыбар, күгәрсендән бәләкәйерәк һаҙ ҡошо[1].

Күгәрсендән бәләкәйерәк. Оҙон ғына аяҡлы, һәм оҙон муйынлы һаҙ ҡошо. Кәүҙәһенең өҫ яғы һарғылт көрән. Башы, муйы¬ны буй, ә ҡанаттары эре түңәрәк таптар менән сыбарланған. Ҡойроғоноң өҫтө аҡ. Муйынының ике яғы һәм түше ваҡ ҡара таплы һорғолт һары. Ҡорһағы аҡ. Аяҡтары ҡыҙыл. Ҙур сәпсәүҙән суҡышы төҙ булыуы менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡлы: «тьйүү» йәки «тьйүк-тьйүк». Яҙғыһын ата ҡош тәтелдәй: «титл-титл-титл».

Ҡамышлы һәм бейек үлән баҫҡан күлдәрҙә, йылғаларҙа һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһын ергә ҡора. Ҡара-көрән һәм ҡыҙғылт көрән таптар менән ҡапланған 3—4 бөртөк һарғылт ҡабыҡлы йомортҡаһы була.

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 (инг.)