Тәтешле районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Тәтешле районы
урыҫ. Татышлинский район
Coat of Arms of Tatyshly rayon (Bashkortostan).png Flag of Tatyshly rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 13 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Тәтешле ауылы
Халыҡ һаны 23873 кеше
Халыҡ тығыҙлығы {{{density}}}
Майҙаны 1376 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Tatyshlinskiy rayon (Bashkortostan).svg

Тәтешле районы (урыҫ. Татышлинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район.1935 ойошторолған. Административ үҙәге – Үрге Тәтешле ауылы. Районда 23873 кеше йәшәй.1995 йыл - 26,8 мең кеше (1970 — 35,2, 1979 — 30,4, 1989 — 26,2 мең). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 19 кеше. Районда 78 ауыл бар. Күпселек башҡорттар, удмурттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар йәшәй.

[үҙгәртергә] Географияһы

Башҡортостандың төньяғында, Пермь өлкәһе менән сикләшкән ерҙә урынлашҡан. Өфөнән 209 км, ә яҡындағы тимер юл станцияһы Көйәҙенән (Пермь өлкәһе) 25 км алыҫлыҡта ята.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан. Климаты континенталь, дымлылығы етерлек дәрәжәлә. Райондың көнсығыш ситенән Йоҡ ҡушылдығы менән Тере Танып йылғаһы аға, Төньяҡ-Көнбайышта — Әри йылғаһы. Аҡһыл һоро урман тупрағында күпселек киң япраҡлы һәм ҡараңғы ылыҫлы урмандар үҫә, улар 51,6 мең га (Район территоряһының 37%) ерҙе биләй. Минераль ресурстарҙан нефть (Тәтешле, Йөгәмеш, Тепляк, Көйәҙе), кирбес балсығы (Ураҙгилде), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Өйәҙебаш) ятҡылыҡтары билдәле.

[үҙгәртергә] Иҡтисад

Район ауыл хужалығы йүнәлешле. ауыл хужалығы ерҙәренең Майҙаны 75,4 мең га (Район территоряһының 54,7%), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 60,9 мең га, сабынлыҡтар — 1,7, көтөүлектәр — 12,6 мең га Территорияһының 44,2% һөрөлгән.. Хужалыҡтарҙың төп йүнәлеше — мөгөҙлө эре мал үрсетеү, игенселек, сусҡасылыҡ һәм картуф үҫтереү. Үрге Тәтешлелә май яҙыу һәм кирбес заводтары, Түбәнге Тәтешлелә РТП бар. Районда урман хужалығының урман пункты, колхоз-ара ПМК эшләй. Нефть ятҡылыҡтарын “Краснохолмскнефть", Көйәҙе ятҡылығының Тәтешлеләге өлөшөн “Чернушканефть" (Пермь өлкәһе) НГДУ-лары үҙләштерә. Район территорияһынан Сурай—Иҫке Балтас—Көйәҙе автомоб. юлы үтә.

Районда 53 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 16 урта; 26 дөйөм китапхана, 51 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 2 ауыл участка дауаханалары эшләй. Татар теленде «Тәтешле хәбәрлере», урыҫ телендә «Татышлинский вестник», башҡорт телендә «Аҡ тирмә» һәм удмурт телендә “Ошмес" газеталары сығарыла.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар



Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә