Тәүбә сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әт-Тәүбә сүрәһе
التوبة
Бисмиллаһ.jpg
Sura9.pdf
Әт-Тәүбә сүрәһе
Синыфы

Мәҙинә

Мәғәнәһе

Тәүбә

Статистика
Сүрә номеры

9

Аяттар һаны

129

Жуз

10 — 11

Хизб

19 — 21

Руҡуғ

16

Алдағы сүрә

Әл-Әнфәл сүрәһе

Киләһе сүрә

Йунус сүрәһе

Әт-Тәүбә(ғәр.سورة التوبة - сүрәтүт-тәүбә) - Ҡөрьәндең туғыҙынсы сүрәһе. Мәҙинәлә һижрәттең туғыҙынсы йылында инә. Аяттар һаны - 129.

Эстәлеге[үҙгәртергә]

Сүрәнең башында Аллаһының мөшриҡтәргә ҡатнашы юҡ икәнлеге әйтелә. Сүрәлә һуғыштар тыйылған 4 хәрам ай, мөшриҡтәр менән төҙөгән килешүҙе үтәү кәрәклеге тураһында һөйләнелә. Сүрәлә Аллаһыға яҡынайыуҙың төп шарты - Уға һис шикһеҙ ышану икәнлеге әйтелә. Иман бөтөн түгел, әгәр ҙә мосолмандар ысын күңелдән Аллаһыға һәм Уның Рәсүленә бирелмәһәләр һәм Аллаһы һәм Уның Рәсүле бөтөн нәмәнән һәм бөтөнөһөнән ҡәҙерлерәк булмаһалар.

Аллаһы тәҡҡәберлек һәм мактансыҡлыҡтың еңүҙе сигендерүҙәрен әйтә (Хунәйн һуғышының нәтиҗәһе - бының асыҡ миҫалы). Был сүрәлә аллаһы мөшриҡтәргә Харам мәсетенә керүҙе тыя, сөнки улар нәҗес, таҙа түгелдәр[1].

Сүрә, һуғышҡа кәрәк булһа, кисекмәҫтән унда китрегә кәрәклеген әйтә. Шулай уҡ был сүрәлә ниндәй ҙә булһа сәбәпле йыһатта ҡатнаша алмағандар, өйҙә ҡалыусылар һәм һуғышҡа саҡырыу яңғырағанда, ике йөҙлөләрҙең фетнә сығарыуы тураһында һөйләнелә. Аллаһы шулай уҡ бында ике йөҙлөләрҙең мосолмандарға тыныслыҡ һәм һуғыш ваҡытындағы мәғәләмәһе тураһында әйтелә. Монафиҡтарҙың ике йөҙлөлөнеүе өсөн язалар тураһында ла әйтелгән.Мөхәммәт(СҒС) улар өсөн ғәфү һораһа ла ғәфү ҡабул ителмәйәсәк.к[2].

Йыһатта ҡатнашмау өсөн төплө сәбәптәр һаналып кителә. Шунда уҡ Мәҙинә ҡалаһы янында йәшәүсе ғәрәптәр тураһында, уларҙың исламды ике йөҙлөлөк менән ҡабул итеүҙәре, һуғышҡа бармау өсөн төрлө сәбәптәр эҙләүҙәре бәйән ителә.

Сүрәлә шулай уҡ кешеләрҙең хәле, уларҙың Аллаһыға ҡарашы, монафиҡтарҙың исламға зыян итеү маҡсатында төҙөлгән мәсет тасуирлана.Ысын күңелдән иман китереүселәр, һуғышта сәбәпһеҙ ҡатнашмаусылариһәм уларҙың тәүбәһе, Аллаһы Тәғәләнең уларҙың тәүбәләрен ҡабул итеүе тураһында әйтелә.

Сүрәнең аҙағында Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәд (СҒС) аша кешеләргә Китапты еткереү өсөн һәм Мөхәммәт (СҒС) ебәреләгән кешеләренә ҡарата рәхим- мәрхәмәтһеҙ булырға теләмәүен әйтә. Мөхәммәт (СҒС) - рәхимле, ғәфү итеүсән.

Ғәрәпсәһе[үҙгәртергә]

Транскрипцияһы[үҙгәртергә]

Мәғәнәһе[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Ҡөрьән(9:28)
  2. Ҡөрьән(9:80)


Төргәк Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.