Тәһәрәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

ТәһәрәтИслам динендә, тәндең айырым урындарын һыулап йыуыу/һөртөү. Пәйғәмбәребеҙ СҒС :"Кеше тәһәрәт алған саҡта ҡулдарын йыуғанда - уның ҡулдары ярҙамында эшләнгән гонаһтары ярлыҡаныр, битен йыуғанда - күҙҙәре менән эшләгән гонаһтары ярлыҡаныр, башын һыулап һөрткәндә - ҡолаҡтары менән эшләгән гонаһтары ярлыҡаныр, аяҡтарын йыуғанда - аяҡтары ярҙамында эшләгән гонаһтары ярлыҡаныр", тип әйткән.(Мөслим Тирмизи хәҙис йыйынтыҡтарынан).

Тәһәрәт алғанда ошо хәҙисте иҫтә тоторға кәрәк.

Тәһәрәттең фарыздары[үҙгәртергә]

1.Бер тапҡыр битте йыуыу.

2.Ҡулдарҙы терһәккә тиклем бер тапҡыр йыуыу.

3.Баштың дүртән бер өлөшөн һыулап һөртөү.

4.Аяҡтарҙы шайтаншыҡ(сираҡ) һөйәктәренә тиклем бер тапҡыр йыуыу.

Ошо ғәмәлдәрҙең береһе генә үтәлмәһә лә тәһәрәт дөрөҫ булмай.

Тәһәрәт алғанда нимәләр эшләргә кәрәкмәй[үҙгәртергә]

1. Артыҡ күп һыу тотоноу.

2. Һыуҙы саманан тыш аҙ тотоноу.

3.Биткә һәм тәндең башҡа өлөштәренә һыуҙы сайпып һөртөү.

4.Тәһәрәт алғанда сәбәпһеҙ һөйләшеү.

5. Бысраҡ урында тәһәрәтләнеү.

6.Уң ҡул ярҙамында һенгереү.

7.Тәһәрәт алған саҡта,сәбәпһеҙ икенсе кеше ярҙамы менән файҙаланыу.

Тәһәрәттең сөннәттәре[үҙгәртергә]

1 Тәһәрәт алырға ниәтләнеү.

2. Әғүҙү-бисмиллаһ менән башлау.

3.Иң беренсе ҡулдарҙы йыуыу.

4.Тештәрҙе мисүәк менән йәки бармаҡ менән йыуыу.

5.Тәһәрәт ғәмәлдәрен тиҙ-тиҙ бер бер артлы башҡарыу.

6.Ҡул менән ышҡып тәһрәтләнеү, һыулап ҡына сығырға түгел.

7.Ауыҙҙы өс ҡат сайҡау.

8.Танауға өс тапҡыр һыу алып һенгереү.

9.Тәндең һәр өлөшөн өсәр ҡат йыуыу.

10. Барыһын да иң беренсе уң яҡтан башлау.

11.Ҡул-аяҡтарҙы йыуғанда бармаҡтарҙан башлау.Бармаҡ араларын йыуыу.

12.Һаҡалдарҙы ентекләп йыуырға. Бармаҡтар менән тарарға.

13.Балдаҡтарҙы шылдырып йыуырға.

14.Ҡолаҡтарҙы һәм елкәне һыулап һөртөргә.

Файл:Тәһәрәт.jpg
Ҡомған менән тәһәрәт алыу

Тәһәрәтте нимә боҙа[үҙгәртергә]

1.Тәндең берәй өлөшөнән ҡан, эрен, йәки яранан һүл аҡһа(улар ағып китһә)

2.Ҡоҫоу(ауыҙға тулғандай булһа)

3.Оло ярау, кесе ярау һәм газдар бүленеп сығыуы.

4.Иҫереү, иҫәңегерәү, иҫ юғалтыу.

5.Намаҙ ваҡытында ҡысҡырып көлөп ебәреү.

6.Ятып йә һөйәлеп йоҡлау.

Тәһәрәт алыу кәрәк осраҡтар[үҙгәртергә]

1. Намаҙ уҡыр алдынан.

2.Йома хөтбәһенә барғанда.

3.Йыназа намаҙына барғанда.

4.Хаж ҡылған саҡта, Ҡәғбә тирәләй тәүаф ҡылыр өсөн.

5.Ҡөръән китабын ҡулға алыр алдынан.

6. Тиләүәт сәждәһе ҡылыр алдынан.

Тәһәрәт нисек алына[үҙгәртергә]

Әбү Хәнифә мәзхәбе буйынса

  • Иң тәүҙә еңдәрҙе төрөп алырға.
  • Мөмкинселеккә ҡарап ҡибла яғына боролоу.
  • Тәһәрәт алырға ниәт итеү. Әғүҙә-бисмилланы әйтеү.
  • Тәһәрәт иң тәүҙә уң ҡулдың суҡтарын өс тапҡыр йыуыуҙан башлана. Шунан һул яҡ. Һәр ағза шулай йыуыла һәм өсәр ҡат. Әгәр беләҙектәр булһа, ул торған урынды һыулап йыуырға.
  • Аҙаҡ уң ҡул менән өс тапҡыр ауыҙҙы сайҡарға. Өс тапҡыр танауға һыу алып һул ҡул менән һемгерергә.
  • Өс ҡат битте йыуырға.
  • Аҙаҡ ҡулдарҙы терһәктәргә тиклем өс тапҡыр йыуырға.
  • Устарҙы һыулап, башты һөртөргә, аҙаҡ ҡолаҡтарҙы, һуҡ бармаҡ менән ҡолаҡ эстәрен, баш бармаҡ менән ҡолаҡтың тыштарын һөртөргә. Һуңынан ҡул суҡтарының һырттары менән елкәне һөртөп алырға. Шунан һуң аяҡтарҙы, бармаҡтың араларын ентекләп йыуырға.
  • Тәһәрәт алып бөткәс: "Әшһәдү әллә иләһә иләллаһу, үә әшһәдәннә Мөхәммәдү рәсүлүһү " тип әйтергә.
  • Ошо доғаны уҡып ҡуйыу сауаплы: "Аллаһүмә-джәғәлни минә-ттәүүәбинә-үә-джғәлини минәл- мутәтаһһирин" ("Йә Аллаһ! Мине тәүбә ҡылыусыларҙан һәм таҙарыныусыларҙан итһәң ине")