Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төньяҡ-Көнбайыш ФО
ФО үҙәгеСанкт-Петербург ҡалаһы
Майҙаны1 677 900 км² (Рәсәй Федерацияһының 9,8 % )
Халҡы13 462 000 чел. (Рәсәй Федерацияһының 9,5 %, 1 ғинуар 2009)
Халыҡ тығыҙлығы8 кеше/км² (2009)
Ҡала халҡы % .82,4 %
Субъекттар һаны11
Ҡалалар һаны152
Сәнәғәт этештереү күләме671 млрд һум. (2002)
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкилеИлья Иосифович Клебанов
Рәсми сайтhttp://www.szfo.ru

Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ (рус. Северо-За́падный федера́льный о́круг) — Рәсәйҙең европа өлөшөнөң төньяғында урынлашҡан административ ойошма. 2000-се йылдың 13-сө майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән ойошторолған. Рәсәйҙең европа өлөшөнөң төньяғында һәм төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм үҙ эсенә 11 Рәсәй Федерацияһының субъектрын индерә:Карелия һәм Коми республикалары, Архангельск, Вологда, Мурманск, Ленинград, Новгород, Псков, Калининград өлкәләре, Ненец автономиялы округы, Санкт-Петербург ҡалаһы. Федераль кимәлдәге ҡала Санкт-Петербург округтың үҙәге булып булып тора.

Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ отошло геополитик урын алып тора — Финляндия, Норвегия, Польша, Эстония, Латвия, Литва, Белорусь менән сикләшә, Балтик, Аҡ, Баренцев, Ҡыҙыл диңгеҙҙәренә сығыш бар.

Округ территорияһы Рәсәй Федерацияһының 9,8% майҙанын биләй.

Төньяҡ-Көнбайыш федераль округта 2009 й. 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны  — 13 462 000 кеше[1] (Рәсәй халҡының 9,5 %). Ҡалала йәшәүселәр төп халыҡ булып тора.

Хоҡуҡи-административ торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып иҫәпләнмәй, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[2].

Эре ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Санкт-Петербург
  • Калининград
  • Архангельск
  • Череповец
  • Мурманск
  • Петрозаводск
  • Вологда
  • Сыктывкар
  • Бөйөк Новгород
  • Псков
  • Северодвинск
  • Ухта
  • Бөйөк Луки
  • Гатчина
  • Воркута
  • Печора
  • Котлас

Округтың составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы
Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы
Флаг Федерация субъекты Административ үҙәк
1 Архангельск өлкәһе Архангельск
2 Вологда өлкәһе Вологда
3 Калининград өлкәһе Калининград
4 Карелия Республикаһы Петрозаводск
5 Коми Республикаһы Сыктывкар
6 Ленинград өлкәһе Санкт-Петербург
7 Мурманск өлкәһе Мурманск
8 Ненец автономлы округы* Нарьян-Мар
9 Новгород өлкәһе Бөйөк Новгород
10 Псков өлкәһе Псков
11 Санкт-Петербург
* Архангельск өлкәһе составына инә

Иҡдисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ненец автономиялы округында, Комиҙың байтаҡ өлөшөндә, Архангельскиҙың төньяғында һәм Мурманск өлкәләрендә болансылыҡ, ҡиммәт тиреле йәнлеккә һунар һәм балыҡсылыҡ таралған. Карелияла, Комиҙың көньяғында һәм Архангельск өлкәләрендә шулай уҡ һөтлө малсылыҡ (эре мөгөҙлө мал) урындары менән игенселек бар.

Урман, ағас эшкәртеү һәм целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәттәре округта төп сәнәғәт төрҙәре булып тора. Сеймал табыу сәнәғәтенән Комилағы нефть сәнәғәтен, Мурманск өлкәһендә тимер һәм никель рудаларын сығарыу, Карелияның көньяғында мәрмәр, һәм Ленинград, Новгород һәм Вологда өлкәләрендә торф сығарыу тураһында әйтеп китеү мөһим.

Халҡы һәм милли составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбенә (2002 йылдың 9 октябры) ҡарағанда, Төньяҡ-Көнбайыш федераль округында 13 974 466 кеше йәшәй, йәғни Рәсәйҙең 9,63% халҡын тәшкил итә. Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе халыҡтың яртыһын тиерлек тәшкил итә. Бөтә ҡалған халыҡ аҙ уранлашҡан ҙур региондарҙа йәшәй. Милли состав:

  1. Урыҫтар — 12 002 788 кеше (85,89 %)
  2. Үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр  — 453 193 кеше (3,24 %)
  3. Украиндар — 377 456 кеше (2,7 %)
  4. Комиҙар — 267 607 кеше (1,91 %)
  5. Белорустар — 235 038 кеше (1,69 %)
  6. Татарҙар — 84 685 кеше (0,61 %)
  7. Карелдар — 73 611 кеше (0,53 %)
  8. Әрмәндәр — 46 271 кеше (0,33 %)
  9. Әзербайджандар — 44 452 кеше (0,32 %)
  10. Еврейҙар — 43 836 кеше (0,31 %)
  11. Немцтар — 30 030 кеше (0,21 %)
  12. Финдар — 27 947 кеше (0,2 %)
  13. Сыуаштар — 26 608 кеше (0,19 %)
  14. Литвалылар — 21 027 кеше (0,15 %)
  15. Сиғандар — 18 790 кеше (0,13 %)
  16. Поляктар — 17 684 кеше (0,13 %)

Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтағы президенттың тулы хоҡуҡлы вәкилдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Виктор Васильевич Черкесов 2000 йылдың 18 майынан башлап 2003 йылдың 11 мартыны тиклем
  • Валентина Ивановна Матвиенко 2003 йылың 11 мартынынан башлап 2003 йылдың 1 ноябрь айына тиклем
  • Илья Иосифович Клебанов 2003 йылдың 25 ноябрь айынан башлап

Төп хәрби объекттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Плесецк космодромы (Архангельск өлкәһе);
  • Ядерлы һынау үткәреү полигоны (Яңы Ер);
  • Балтик һәм Төньяҡ флоттар хәрби-диңгеҙ базалары;
  • Санкт-Петербург тирәләй һауанан килгән һөжөмгә ҡаршы торош войско түңәрәге
  • «Дарьял» радиолокация станцияһы Печорала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Российский статистический ежегодник — 2009 г. 2012 йыл 19 сентябрь архивланған.Численность населения по субъектам Российской Федерации 2012 йыл 19 сентябрь архивланған.
  2. Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)