Төрки телдәр
Төрки телдәр — Алтай макро-ғаиләһенә ингән ҡәрҙәш телдәр ғаиләһе; Азияла һәм Көнсығыш Европала киң таралған. Төрки телдәрҙә өлкән майҙанда — Көнсығыш Себерҙәге Лена йылғаһынан алып Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарына тиклем — һөйләшәләр. Дөйөм һөйләшеүселәр һаны — 157 меңдән ашыу.
Төрки тәүтел Көньяҡ Себерҙә һәм Алтайҙа б.э.т. I быуатта барлыҡҡа килгән, тип һанала. Ғәҙәти рәүештә төрки телдәр Алтай макро-ғаиләһенә индерелә, әммә һуңғы ваҡытта һайһы бер тюркологтар (төрки тел белгестәре) быны шикле һанай. Алтай макро-ғаиләһе эсендә төрки телдәр монгол телдәренә оҡшашлыҡ күрһәтә.
Үҙ сиратында Уғыҙ, Ҡыпсаҡ, Ҡарлуҡ , Көньяҡ Себер, Яҡут, Болғар төркөмдәренә бүленә.
Уғыҙ төркөмө: Төрөк, Төрөк-месхетин, Ғағауз, Әзербайжан , Ирандың төрки ҡәбиләләре телдәре, Шахсевендар, Кашкайҙар, Каджарҙар, Төрөкмән, Салар телдәре;
Ҡыпсаҡ төркөмө: Татар, Крәшен, Нағайбаҡ, Себер татар, Ҡырым татар, Башҡорт, Ҡарасай , Балҡар, Ҡарайым, Ҡырымсаҡ , Ҡумыҡ теле, Нуғай, Ҡаҙаҡ, Ҡарағалпаҡ, Ҡырғыҙ;
Ҡырым татарҙарының Ҡырым утрауының көньяҡ өлөшендә йәшәгәндәре уғыҙ төркөменә кергән диалектта һөйләшә.
Ҡарлуҡ төркөмө: Үзбәк, Уйғыр, Эйну;
Көньяҡ Себер төркөмө: Алтай, Телеут, Чулым (урыҫса), Шор, Хакас, Тыва, Тофа, Юйгу;
Яҡут төркөмө: Саха (Яҡут), Долгандар теле;
Булғар төркөмө: Сыуаш.
Был мәҡәлә тәү башлап Интернаттағы «Народы и религии мира»* сайты мәғлүмәттәренән сығып төҙөлдө.