Уй (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Уй
Оҙонлоҡ 462 км
Бассейн майҙаны 34,4 км²

Уй (урыҫ. Уй, ҡаҙ. Ой) — Башҡортостанда, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә йылға, Тубыл йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океандың бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 462 км, бассейнының майҙаны — 34,4 км².

Учалы районында Алабейә hыртының итәгендә башлана; көнсығышҡа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡорған өлкәһе аша, түбән ағышында Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһенең сиге буйлап аға. Ҡорған өлкәһендәге Усть-Уй ҡасабаhы янында Тубылға ҡоя.

Ландшафт[үҙгәртергә]

Үрге ағышында таулы, үҙәне тар, һыу ағымы тиҙ. Силәбе өлкәһенә сыҡҡас үҙәне киңәйә, ағымы һүлпәнәйә. Түбән ағышында яй, үтә киң. Силәбе өлкәһендәге Троицк ҡалаһында Уйҙа өлкән быуа ҡоролған.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

уң яҡтан: Киҙеш, Ҡорасан, Туғыҙаҡ;

һул яҡтан: Санар, Эүәл.

Йылғалағы ҡалалар һәм ауылдар[үҙгәртергә]

Учалы районында Уйҙа Балбуҡ, Комсомольск, Туңғатар ауылдары урынлашҡан; Силәбе өлкәһендә -- Уйск ауылы һәм Троицк ҡалаһы.

Исеме[үҙгәртергә]

Йылғаның исеме - башҡорт теленән, "уйhыулыҡ, үҙән" мәғәнәһендә.