Урал батыр, ҡобайыр

Википедия – ирекле энциклопедия

Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Урал батыр, ҡобайыр — башҡорт халыҡ ҡобайыры, әҙәби әҫәр. Бөтә доньяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр. Беренсе кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән , артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тәсуирләп, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙендә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың хасил булыуын һөйләй.

Урал батыр ҡобайыры өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора. Әҫәр инглиз, нимес, урыҫ, венгр, төрөк, фин, абхаз телдәрене тәржемә ителеп баҫтырылған. Ҡобайыр беренсе тапҡыр 1910 йылда Ырымбур виләйәте 2-се Бөрйән улысы Иҙрес ауылында Ғебит сәсән Арғынбаевтан (1856-1921) һәм Икенсе Этҡол ауылында Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтан (1861-1921) Мөхәмәтша Буранғолов (1888-1966) тарафынан яҙып алынған. Урал батыр ҡобайырының тағы бер төрө 1956 йылда Силебе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан күренекле тел, әҙәбиет белгесе Әхнәф Харисов яҙып алған

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында 2007 йылда Урал батыр ҡобайырын сәхнәләштергән тамаша ҡуйылған. Тамашаның исеме Урал батыр.


[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. — Өфө: Китап, 2005. — 296 бит.
  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.

[үҙгәртергә] Һылтанма

Башҡа телдәрҙә