Урал батыр эпосы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

«Урал батыр» эпосыбашҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы. Башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы — һоҡланғыс ауыҙ-тел ижады өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте буйынса айырым урын биләй. Унда — халҡтың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр. Урал батыр ҡобайыры өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора.

Яҙып алыу тарихы[үҙгәртергә]

Мөхәмәтша Буранғоловтың Ғәбит сәсәндән «Урал батыр» эпосын яҙып алыуына — 100 йыл. Сәсән-шағир, драматург, башҡорт әҙәбиәтенең классигы, фольклорсы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940), башҡорт халҡы өсөн баһалап бөткөһөҙ рухи мираҫ ҡалдырған мәшһүр шәхес Мөхәмәтша Буранғолов (1888 — 1966) «Урал батыр» эпосын 1910 йылда Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында мәшһүр сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев (1856 — 1921) һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан (1861 — 1923) яҙып ала.

Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр был турала бына нимә ти: «19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы, 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907 — 1908 йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй. «1910 — 1912 йылдарҙа мин Ғәбит сәсән менән Ырымбурҙа ун көн икешәр тапҡыр аралаштым. 1918 йылда унда 15 көн, ә 1920 йылда 4 ай йәшәнем», – тип яҙа ул. Икенсе сәсән – Хәмит Әлмөхәмәтов тураһында бик аҙ билдәле: бәлки, Буранғоловтың уның тураһындағы иҫтәлектәре беҙгә килеп етмәгәндер».

Урал батыр ҡобайырының тағы бер төрөн 1956 йылда Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан күренекле тел, әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов яҙып алған.

Эстәлеге[үҙгәртергә]

Урал батыр, эпос — башҡорт халыҡ ҡобайыры, әҙәби әҫәр. Бөтә донъяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр. Тәү кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙендә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың хасил булыуын һөйләй.

Башҡа телдәргә тәржемәләре[үҙгәртергә]

Әҫәр инглиз, немец, урыҫ, венгр, төрөк, фин, абхаз телдәренә тәржемә ителеп баҫтырылған.

Эпос — сит ил ғалимдәре күҙлегенән[үҙгәртергә]

Венгр ғалимы Йософ Торма бер осрашыуҙа былай тип әйткәйне: «Һеҙ — башҡорт халҡы, бик бәхетле халыҡ, сөнки һеҙҙең милли эпосығыҙ «Урал батыр» бар».

Салауат Ғәлләмовтың «Урал батыр эпосы» тураһында асыштары[үҙгәртергә]

Урал батыр

Башҡорт халҡының аҫыл гәүһәрҙәренең береһе булған «Урал батыр» эпосы үҙендә бихисап серҙәр һаҡлай. Мәҫәлән, «Урал батыр»ҙы төрлө йүнәлештә тикшергән тарихсы ғалим, лингвист, донъя фәнендә башҡорт фәлсәфәһенә нигеҙ һалыусы Салауат Ғәлләмов эпостағы белем-мәғлүмәттәрҙе математиктар һәм астрономдар ҙа үҙ эшендә ҡуллана ала, тип раҫлай. Ул «Урал батыр» эпосын Арҡайым архитектураһына яраштырып һәм сармат алтын боландары тураһындағы мәғлүмәттәрҙән сығып, бронза дәүерендәге башҡорт йондоҙнамәһе циклын тулыһынса тергеҙҙе һәм боронғо башҡорттар астрономияһының һинд-герман фәнен булдырыу тарихындағы мөһим әһәмиәтен бар донъяға танытты. Ғалимдың был асышы, ғөмүмән, «Урал батыр» эпосы үҙе Нобель премияһына лайыҡлы.

«Урал батыр»ҙың йөкмәткеһен астрономия күҙлегенән ҡарағанда, ул боронғо календарҙы кәүҙәләндерә икәне ап-асыҡ төҫмөрләнә, — тип һөйләй Салауат Ғәлләмов. — Унда ерҙең Төньяҡ ярымшарының йондоҙнамә циклын тәшкил иткән һәм төнөн күктә күҙәтеү мөмкин булған барлыҡ йондоҙлоҡтар көҙгөләге кеүек сағыла. Улар бер йыл эсендә күктә нисек хәрәкәт итә, мифта шул эҙмә-эҙлелектә бирелә. Был боронғо башҡорт астрономдарының күктәге йондоҙҙарҙы яҡшы белеүен һәм йондоҙнамә календары буйынса йәшәүен дә раҫлай. Боронғо башҡорттар үҙҙәренең «Урал батыр» календарына эйә булып, төнгө күкте күҙәтеп, Арҡайым цивилизацияһын барлыҡҡа килтергән. Бындай милли календарь тағы ла ер эшкәртеүсе ҡайһы бер мәҙәни халыҡтарҙа — гректар, индустар, ирандар, римдар, ҡытайҙар, япондар һәм Америка ҡитғаһында йәшәүсе майя индеецтарында ғына бар һәм улар ҙа үҙҙәренең ошо календары буйынса сәсеү өсөн уңайлы ваҡытты билдәләгән, һауа торошоноң үҙгәреүен белгән.

Сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр[үҙгәртергә]

Статусы[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  1. Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. — Өфө: Китап, 2005. — 296 бит.
  2. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
  3. «Йәшлек» гәзите.Руфина ДӘҮЛӘТОВА, БДУ студенты.
  4. «Шоңҡар» журналы Салауат Ғәлләмов.
  5. «Йәшлек» гәзите.Сажиҙә Лотфуллина.

Һылтанма[үҙгәртергә]

Викитека логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Урал батыр эпосы