Учалы (ҡала)

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Учалы́Башҡортостандағы республика әһәмиәтендәге, Урал тауының көнсығыш итәгендә, Өфөнән 350 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҡала. Учалы районының үҙәге.

Учалы ҡалаһы

Учалы калаһының исеме ҡала эргәһендәге күл атамаһынан килә. XVIII быуаттын бөтә документтарында һәм 1786 йылғы картала был күл Ачулы — Асулы тип бирелгән. Уның башҡортса мәғәнәһен ҡайһы бер ғалимдар «асыулы» һүҙенә бәйләй, икенселәр иһә «асылы» — әсе, татырлы һуҙенән алынған тип аңлата; "юшалы" (йәшмәле) тигән аңлатыуы ла бар.

Учалының үҙәк майҙаны

РСФСР Юғары Шураһы Президиумының 1963 йылдын 1 февралендәге Указы менән Бәләкәй Учалы һәм Яңы Учалы ҡасабалары ҡушылып бер ҡалаға берләштерелде.

Учалы төбәге төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға бай булғанлыҡтан, бында XVIII быуатта уҡ рудниктар барлыҡҡа килә Был ерҙәрҙә борон-борондан төрлө төҫлө һәм ҡара металл рудалары, шул иҫәптән алтын һәм баҡыр, сығарыла. Төрлө биҙәкләү таштары ла, айырыуса йәшмә күп табыла.

Халҡы 37,9 мең кеше.

[үҙгәртергә] Иҡтисад

  • тау-байыҡтырыу комбинаты баҡыр
  • май-сыр заводы
  • тегеү фабрикаһы
  • урман машиналарын эшләү заводы
  • тимер-бетон заводы


OpenStreetMap проектынан ҡала картаһы

[үҙгәртергә] Һылтанмалар



Coat of Arms of Bashkortostan.svg Башҡортостан ҡалалары Flag of Bashkortostan.svg
Башҡала: Өфө

Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау
Мәләүез | Межгорье | Нефтекама | Октябрьский | Салауат | Сибай | Стәрлетамаҡ | Туймазы | Учалы | Яңауыл

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә