Фекерләшеү:Химик ҡушылмалар

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Химическое соединение элек химия дәреслектәрендә химик берләшмә булып йөрөй торғайны. Һүҙлектә лә берләшмә: СОЕДИНЕНИЕ с 1 см. соединить -- соединять, соединиться -- соединяться соединение электрических проводов - электр сымдарының тоташыуы; соединение теории и практики - теория менән практиканың берләшеүе 2 место ҡушылма, ялғанма, ялғанған (ҡушылған) урын, ялғанған (ҡушылған, тоташтырылған, беркетелгән) ер обрыв провода на соединении - сымдың ялғанған ерҙән өҙөлөүе 3 воен. берләшмә, соединение танковые соединения - танкылар берләшмәһе 4 хим. берләшмә химическое соединение - химик берләшмә; органическое соединение - органик берләшмә.

Шулай булғас, соединениены берләшмә тип төҙәтеп ҡуйһағыҙ, яҡшы булыр ине. Әле Основание (химия) тигәнде тәржемә итәм, унда берләшмә тип алып китәм. --Alfiya55 (әңгәмә) 13:26, 10 март 2016 (UTC)[яуап бирергә]

Нисек дөрөҫ, шулай эшләргә кәрәк. --Саган (әңгәмә) 14:19, 10 март 2016 (UTC)[яуап бирергә]
химическое соединение — химик берләшмә (Краткий русско-башкирский терминологический словарь по естествознанию (А.М.Багаутдинов, А.М.Багаутдинов, 2009)). смесь — ҡатышма. ошоно таптым.--ZUFAr (әңгәмә) 04:14, 30 ноябрь 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мәҡәләнең исемен «Химик ҡушымталар» тип үҙгәртергә тәҡдим итәм. «Ҡушылма» — бер нисә төр өлөштән ҡушылған; ҡатнаш мәғәнәһен бирә. «Ҡушымта» — нимәгәлер ҡушылып, аралашҡан нәмә. [Лабораторияла] химик материалдарҙы һәр төрлө ҡушымтанан таҙарталар/ Төрлөһө ҡушылып, аралашҡан нәмә:ҡатышма мәғәнәһен аңлата. Тәбиғттә матдәләр күбеһенсә ҡушымталар рәүешендә осрай. Химияла «саф матдә» һәм «ҡушымталар» төшөнсәһе ҡулланыла. Химия дәреслегенең башҡортса баҫмаһында «химик ҡушымталар» тип бирелә. --Баныу (әңгәмә) 20:55, 6 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]