Фекерләшеү:Һан

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Зинһар, хаталарҙы төҙәтегеҙ. Һуҡыр сысҡан кеүек тәржемәләйем.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 03:45, 12 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Шәһәрбаныу Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Шәһәрбаныу мөхәррирләй тигән иҫкәртеү булғас, башҡаларға теймәй тороға тип өйрәтәбеҙ. Ҡайһы урырын төҙәтергә?

Таңһылыу апай математик, бәлки ярҙамға килер --ZUFAr (әңгәмә) 03:53, 12 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Шәһәрбаныу апай, хәҙер математиктарға әйтермен. Иң мөһиме — өйрәнегеҙ. Эшләй-эшләй, хаталана-хаталана өйрәнәбеҙ . Һеҙгә ярҙамға Викидәреслектән математика буйынса һүҙлек--Ләйсән (әңгәмә) 09:29, 13 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • Шәһәрбаныу Ҡыйыш-мыйыш тәржемәне яңынан төҙәтеп ултырыуға ҡарағанда, уны яңынан эшләүе еңелерәк. Ярҙам һорап, «вай» һалып ултырғансы, үҙегеҙгә яҡыныраҡ һәм танышыраҡ темаға яҙылғандарға тотонһағыҙ ине. Кемдер берәү башлап ҡуйғанды дауам итергә башҡалар атлығып тормай бит. Бындай тәржемә эште бер ҙә еңелләштәрмәй, киреһенсә, ауырлаштыра ғына, төҙәтеп ултырыу икеләтә ваҡытты ала. --Айсар (әңгәмә) 08:52, 13 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Ентекләп тәржемә итеү кәрәкмәй. Нимә ул һан, нисек барлыҡҡа килгән, нисек ҡулланыла, ниндәй һандар була — ошоға оҡшаш һорауҙарға яуап булһа еткән. Башҡортса уҡый белгән киң ҡатлам кешеләре (математиктар ғына түгел) аңларлыҡ булырға тейеш.--ZUFAr (әңгәмә) 09:06, 13 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Көлөп ултырам. Зөфәргә рәхмәт, тырышҡанды аңлай. Һеҙ кәңәш иткәнсәрәк эшләрмен. Ә Айсар туғаным, оҡшамаһа, уҡымағыҙ. Мин "был дөйөм эш" тип тотондом.Барыбер Айсар быны тәржемәләмәҫ тип))))). Күпме мине әбижәйт итергә уйлаһағыҙ ҙа ,барып сыҡмаҫ, мин был эште алдан планлаштырғанмын. Сәпсим белмәгән физиканан да тәржемәләйем әле мин бер нисә мәҡәләне (барыбер апайҙар уны эшләмәҫ), алла бирһә.Ваҡытым ғына юғыраҡ. Шуның өсөн, мине әрләп ултырмағыҙ, иҫәнлек, тырышлыҡ ҡына теләгеҙ.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 10:22, 13 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ләйсән һылыу, рәхмәт. Һүҙлекте ҡарап сыҡтым. Ҡуллана белмәгәнгәлер инде, ваҡытты күп ала был эш. Үҙемдең әхирәтем математик, уға яҙып ебәрҙем тексты. Бәлки ҡараштырып сығыр.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 12:32, 13 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Шәһәрбаныу апай, беҙҙең Бөрйәндән Нәсимә апайыбыҙ бар, әле ауырып тора, һауыҡҡас, ҡарармын тине.--Ләйсән (әңгәмә) 12:48, 13 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Һүҙлекте асып эҙләп улырырға түгел, эҙләү тәҙерәһенә яҙыу ҙа етә. Һә тигәнсә тәржемәһен табып бирә, әгәр булһа. --ZUFAr (әңгәмә) 13:14, 13 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]