Флогистон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
17 быуаттағы флогистон теорияһы — яныу процесын аңлатыу өсөн барлыҡҡа килә.

Флогистон (теплород) (грексә phlogistos — яныусан) — грек һүҙе, `яныусан` тигәнде аңлата; барлыҡ яныусан есемдәр составында булған һәм яныу процесын тәьмин иткән махсус яныусан матдә; ХVIII быуатта химияла өҫтөнлөк иткән хаталы фекер[1]; VIIIXIX быуаттарҙа йәшәп килгән фекер буйынса, кеше аңынан тыш һәм уға бәйһеҙ рәүештә йәшәгән ауырлығы булмаған, йылылыҡтың бер есемдән икенсе есемгә күсеүен тәмин иткән матдә.

Был термин XVIII быуатта Иоганн Бехер һәм Герг Штал тарафынан яныу процесын аңлатыу өсөн индерелә. Яныу процеесында флогистон ауырлығы булмаған сыйыҡшы рәүешендә буленеп сыға, тип фекерләйҙәр улар. Ул ваҡытта металл — «ер» менән флогистон берләшмәһе тип уйлайҙар. Металл янған ваҡытта «ер» менән флогистонға тарҡала. Янған ваҡытта металдың массаһы артыуын флогистондың тиҫкәре массаһы булыуы менән аңлаталар.

Был тәғлимәт XIX быуат урталарында тәбиғәтте өйрәнеүселәр тарафынан кире ҡағыла. Был турала термодинамика тарихын ҡарағыҙ.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Краткий русско-башкирский терминологический словарь по естествознанию (А.М.Багаутдинов, А.М.Багаутдинов, 2009)

Һылтанмалар[үҙгәртергә]