Фәлсәфә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Фәлсәфә (ғәр. فلسفة‎), шулай уҡ филосо́фия (бор. грек. φιλοσοφία "аҡыллылыҡты һөйөү") — бар донъяны һәм кешенең йәшәйешен өйрәнеүсе һәм аңларға ынтылыусы фән; йәшәйештең иң мөһим һыҙаттарын, ысынбарлыҡты танып белеүҙең төп принциптарын, кеше тормошоноң маҡсатын, кеше менән донъя араһында булған мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүсе тәғлимәт.

Башҡа фәндәрҙән айырмалы рәүештә, фәлсәфә ниндәй ҙә булһа бер тәғәйен өлкәне генә өйрәнеү йәки аныҡ тикшеренеү ысулдарынан файҙаланыу менән сикләнмәй; киреһенсә, ул башҡа бар фәндәрҙең өйрәнгән мәсьәләләрен һәм үҙенсәлекле тикшеренеү ысулдарын дөйөмләштерә һәм ул фәндәргә теоретик нигеҙ бирергә ынтыла.

Фундаменталь һорауҙырҙы өйрәнеүҙең башҡа ысулдарынан, әйтеп үткәндә мистицизм, миф һәм сәнғәттән айырмалы рәүештә, фәлсәфә һынаусан (тәңкитсел), даими (системалы) һәм аңға таянған фекер йөрөтөүгә нигеҙләнә.

Рафаэлдең «Афиндар мәктәбе» картинаһы өлөшө Платон менән Аристотелде һүрәтләй. Ике философ йәнәш атлап килһә лә, тикшеренеү юлдары айырым ята: Платондың ҡулдарында - «Тимей» исемле Натурфилософия әңгәмә китабы, Аристотель "Этика"һын тотоп килә

Фәлсәфәнең билдәләмәһе һәм асылы[үҙгәртергә]

Фәлсәфәнең ниндәй ҙә булһа дөйөм ҡабул ителгән билдәләмәһе йәки уның тикшеренеү объекты тураһында ғөмүми төшөнсә юҡ. Фәндең тарихи мәктәптәре һәм хәҙерге йүнәлештәре фәлсәфәне төрлөсә билдәләй. Ғәҙәти билдәләмә ошолай бирелә: фәлсәфә ысынбарлыҡтың (донъяла булған һәр нәмәнең) тәүсәбәптәрен, уның йәшәү һәм үҙгәреү ҡанундарын өйрәнә. Был ҡанундар буйынса йәшәйәш һәм уйлау, танып өйрәнелгән ғәләм һәм уны өйрәнеүсе тереклек итә һәм үҫә бара. "Йәшәйеш" төшөнсәһенә ғәмәлдә булған процестар менән бергә аң менән төшөнөрлөк бар мөмкинселектәр ҙә инә. Ысынбарлыҡтың бөтөн осраҡлы айырымлыҡтарын байҡап үтеү мөмкин булмағанлыҡтан, философтар үҙ иғтибарын төп сәбәптәргә йүнәлтә, ысынбарлыҡтың иң ғөмүми ҡанундарын өйрәнә, иң дөйөм төшөнсәләр менән уйлай. Төрлө дәүерҙәрҙә һәм фәлсәфәнең төрлә йүнәлештәре өсөн был төшөнсәләр һәм тикшеренеү алымдары айырылып тора; ошо йәһәттән Гегель фәлсәфәне "фекерләү ярҙамында танып беленгән тикшеренеүсенең көн күргән заманы" тик билдәләй.

Фәлсәфәнең төп йүнәлештәре түбәнерәк теҙеме менән бирелә. Улар тикшергән мәсьәләләр һанына ошондайҙары инә: «Аллаһ бармы-юҡмы?», «Ысынбарлыҡты объектив рәүештә танып белергә буламы-юҡмы?», «Кеше ҡылған эштең хаҡ йә хаҡһыҙ икәнлеген ни билдәләй?» Бындай һорауҙарҙы тикшереү өсөн фәлсәфәлә ҡулланылған төп алым булып логик фекерләү һәм һығымта сығарыу тора. Шул уҡ ваҡытта, фәлсәфәнең аныҡ билдәләнгән сиктәре йәки дөйөм ҡабул ителгән методологияһы юҡ. "Фәлсәфәгә ни инә" һәм "Фәлсәфәне ҡалай билдәләп була" һымаҡ һорауҙар ҙа бәхәс тыуҙыра һәм фәлсәфәнең күп һанлы йүнәлештәрендә төрлөсә сиселә. [1]

Фәлсәфәнең төп йүнәлештәре[үҙгәртергә]

  • Метафизика ысынбарлыҡтың, йәшәйештең һәм донъяның төп булмышын өйрәнә; космология менән онтология тармаҡтарына бүленә.
  • Эпистемология белемдең тәбиғәтен һәм күләмен өйрәнә; белем мөмкинме-юҡмы, ысынбарлыҡты танып белеп буламы-юҡмы, тигән һорауҙы тикшерә. Был йүнәлештең төп иғтибары танып белеү һәм уның ысул-юлдары, хәҡиҡәт, ышаныс, тәжрибә һәм интуиция төшөнсәләренә бәйле.
  • Этика (йәиһә әхләҡи фәлсәфә) кешенең һәр эш-ҡылығы яраҡлымы-юҡмы, быға яуап биреп буламы-юҡмы, тигән һорауҙарҙы тикшерә; әхләҡ төшөнсәһен өйрәнә. Этиканың төп йүнәлештәре: метаэтика (әхләҡи хөкөмдөң мөмкинселеге, уны нигеҙләү; төрлө әхләҡи системаларҙы тикшереү), теоретик һәм ғәмәли (ҡулланма) этика (кеше һәр осраҡта ни эшләргә тейеш). Һуңғының тармаҡтары булып тирә-яҡ мөхит этикаһы (мөхиткә ҡарата кешенең ниндәй мөнәсәбәте яраҡлы", биоэтика (эвтаназияның яраҡлығы, кеше толҡатын ғилми тикшеренеүҙә тотонорға яраймы-юҡмы) һ.б. тора.

"Әхләклелек" һәм "изге күңел" төшөнсәләренә Платон тәүге әңгәмәләрендә билдәләмә бирергә тырыша.

  • Сәйәси фәлсәфә ил, хөкүмәт, ил граждандары төшөнсәләренә бәйле; айырым шәхестәрҙең һәм йәмғиәттең дәүләткә ҡарата мөнәсәбәтен өйрәнә. Ғәҙеллек, ҡанун, мөлкәт, граждандарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстарын тикшерә.
  • Эстетика матурлыҡ төшөнсәһен һәм уның сәнғәттә, әҙәбиәттә, тормоштағы сағылышын өйрәнә; матурлыҡ тойғоһо, ләззәт (рәхәтлек), һиҙеү аша үҙләштереү, хис-тойғо ҡиммәттәренә ҡағыла.
  • Логика - фекерләү ҡанундарын өйрәнгән фән. XIX быуаттың аҙағынан башлап, математиктар логиканың математикаға ҡағылған тармағын шаҡтай алға һөрҙө; бөгөнгө көндә логиканың ике киң йүнәлеше бар - математик логика (формаль символик логика) һәм фәлсәфәүи логика.
  • Аң фәлсәфәһе аңдың булмышын һәм уның тәнгә мөнәсәбәтен өйрәнә; уның типик миҫалы булып дуализм менән материализм араһындағы бәхәс тора. Һуңғы осорҙа был тармаҡ когнитивистика (танып белеү фәне) менән яҡынлаша килә.
  • Тел фәлсәфәһе телдең барлыҡҡа килеүен, уның булмышын һәм ҡулланылыуын тикшерә.
Religious Symbols-ani.gif
  • Дин фәлсәфәһе дингә бәйле һорауҙар менән шөғөлләнә: Алланың барлығын-юҡлығын, булмышын, дини тәжрибәне, дини телде һәм текстарҙы, дин менән ғилем мөнәсәбәттәрен өйрәнә.

Фәндәрҙең күпселегенә арналған үҙ фәлсәфә тармаҡтары бар, мәҫ. математика фәлсәфәһе, хоҡуҡ фәлсәфәһе, тарих фәлсәфәһе һ.б. Шулай уҡ, элегерәк фәлсәфәнең ҡарамағында булған өлкәләр хәҙер үҙаллы фәндәр, мәҫ. психология, антропология һәм тәбиғәт фәндәре тарафынан ҡарала.

  1. === Исем ===