Харламов дивизионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Харламов дивизионы — спорт, географик һәм башҡа принциптар нигеҙендә командаларҙы бүлеү маҡсаты менән 2008 йылда нигеҙләнгән Континенталь хоккей лигаһының дүрт дивизионының береһе. Был дивизион Көнсығыш конференцияһы составына инә.

Совет хоккейының йондоҙо, ЦСКА хоккей клубының (1967—1981) һәм СССР йыйылма командаһының (1969—1979) һөжүмсеһе Валерий Харламов иҫтәлегенә аталған.

Дивизион составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008/2009 йылдар миҙгелендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009/2010 йылдар миҙгелендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был миҙгелдә Континенталь хоккей лигаһы командалары географик принцип нигеҙендә икешәр дивизиондан торған Көнсығыш һәм Көнбайыш конференцияларына бүленде. Харламов дивизионы Көнсығыш конференцияһы составына индерелде. Уның командалары:

2010/2011 йылдар миҙгеленән башлап[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лиганан ҡыуылған «Лада» хоккей клубы урынына «Югра» командаһы килә.

2014/2015 йылдар миҙгеленән башлап[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Лада» хоккей клубы Континенталь хоккей лигаһына кире ҡайта.

2018/2019 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тольяттиҙан «Лада» һәм Ханты-Мансиҙан «Югра» хоккей клубтары КХЛ составынан сыҡҡас, улар урынына Көнбайыш конференцияһынан «Торпедо» был дивизионға күсә.

2019/2020 йылдар миҙгеленән алып[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш конференцияһына «Торпедо» кире ҡайта, ә уның урынына Чернышёв дивизионынан «Себер» хоккей клубы килә.

Харламов дивизионы
Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән КХЛ Дивизионды еңеү Конференцияны еңеү Гагарин Кубогы Баш тренер Капитан
Автомобилист Рәсәй флагы Екатеринбург «Уралец» МКК 2006 2008 2019 Рәсәй флагы Андрей Мартемьянов Ҡаҙағстан Найджел Доус
Аҡ Барс Рәсәй флагы Ҡазан Татнефть-Арена 1956 2008 2009*, 2011, 2013, 2015, 2018 2010, 2015, 2018 2009, 2010, 2018 Рәсәй флагы Дмитрий Квартальнов Рәсәй флагы Данис Зарипов
Металлург Рәсәй флагы Магнитогорск Арена-Металлург 1955 2008 2010, 2014, 2016—2017 2014, 2016—2017 2014, 2016 Чехия Йозеф Яндач Рәсәй флагы Сергей Мозякин
Нефтехимик Рәсәй флагы Түбәнге Кама «Нефтехимик» СМК 1968 2008 Рәсәй флагы Вячеслав Буцаев Чехия Андрей Нестрашил
Себер Рәсәй флагы Новосибирск Концерт-спорт комплексы «Себер» 1962 2008 2015* Рәсәй флагы Николай Заварухин Рәсәй флагы Александр Логинов
Трактор Рәсәй флагы Силәбе «Трактор» БА 1947 2008 2012 2012 Латвия флагы Петерис Скудра Рәсәй флагы Александр Шинин
* «Аҡ Барс» 2009 йылда Харламов дивизионын түгел, ә Чернышёв дивизионын еңә, шул уҡ хәл 2015 йылда «Себер» менән була

Дивизион еңеүселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагарин кубогын яулаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ йондоҙҙар уйыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдан башлап КХЛ йондоҙҙар уйынының форматы үҙгәре, хәҙер ул дүрт команда ҡатнашлығында үткән мини-турнир була. Көнсығыш конференцияһына ингән дивизиондар үҙ-ара ярымфиналда, кем финалға сыға икәнен, билдәләй. 2018 йылда был дивизион командаһы Йондоҙҙар аҙналығы сиктәрендә үткән оҫталыҡтар конкурстарында еңеү яулай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]