Химик элемент

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Химик элементМенделеев таблицаһындағы атом йәҙрәһенең бер үк зарядына эйә булған бөтә атомдар; ирекле хәлдә тағы ла ябайыраҡ матдәләргә тарҡала алмаған ябай матдәләр. Менделеев таблицаһындағы һәр химик элементтың тәртип һаны һәм символы бар[1].

Төшөнсә тарихы[үҙгәртергә]

«Элемент» һүҙен (лат. elementum) боронғо заманда уҡ (Цицерон, Овидией, Горацией) ҡулланғандар. Был һүҙ нимәнеңдер өлөшөн аңлатҡан. Боронғо заманда «Һүҙ хәрефтәрҙән торған кеүек, есемдәрҙә элементтарҙан тора» тигән төшөнсә киң таралған булған. Был һүҙҙә латин алфавитындағы : l, m, n, t («el» — «em» — «en» — «tum») хәрефтәренән килеп сыҡҡан[2]. 1960 йылда химиктарҙың халыҡ-ара съездында молекула һәм атом төшөнсәләре ҡабул ителә.

Химик элементтың хәҙерге заман төшөнсәһе: Химик элемент — йәҙрәһе ыңғай зарядлы һәр айырым атом.

Билдәре химик элементтар[үҙгәртергә]

2010 йылдың апреленә торошло 118 химик элемент булыуы билдәле, уларҙың 94-е тәбиғәттә осрай (ҡайһы берҙәреең эҙҙәре генә). Ҡалған 24-е яһалма юл менән ядро реакцияһында барлыҡҡа килә. Тәүге 112 элемент даими, ҡалғандары — ваҡытлыса.

Химик элемент символы[үҙгәртергә]

Элементтың символы

  • элементтың исемен
  • элементтың бер атомын
  • был элементтың бер моль атомын

аңлата. Элементтың символына ҡыҫҡартылған исемен латинса исемен яҙалар: Cu — баҡыр (cuprum), Ag — көмөш (argentum), Fe — тимер (ferrum), Au — алтын (aurum), Hg — терегөмөш (hydrargirum).

атом массаһы ион заряды
Элемент символы
тәртип һаны молекулала атомдар һаны

Миҫал:

  • ~\mathrm{H_2} — ике атомдан торған водород молекулаһы
  • ~\mathrm{Cu^{2+}} —2+ зарядлы баҡыр ионы
  • Ҡалып:Nuclide2 — йәҙрә заряды 6, атом массаһы 12 булған углерод атомы.

Тарихы[үҙгәртергә]

Химик элементтар символдары системаһын 1811 йылда швед химигы Я. Берцелиус тәҡдим итә. Химик ҡушылмала символ элементтың сифат составын ғына түгел, һан яғынан химик үҙенсәлеген күрһәтә, сөнки символ һәр элементтың йәҙрә зарядын, тышҡы ҡатламда электрондар һанын күрһәтә.

Химик элементтың карточкаһы[үҙгәртергә]

Muster Ruthenia.svg

Химик элементтарҙың тәбиғәттә таралышы[үҙгәртергә]

Химик элементтарҙың Ер ҡабығында таралыуы ( %).

Бөтә химик элементтарҙың 88-е тәбиғәттә таралған. Технеций Tc (тәртип һаны 43), прометий Pm (61), астат At (85) и франций Fr (87), һәм урандан U (тәртип һаны 92) һүң урынлашҡан элементтар яһалма юл менән алынған. Уларҙың ҡайһы берҙәре бик аҙ миҡдарҙа тәбиғәттә табыла.

Ер ҡабығында кислород һәм кремний киң таралған. Был элементтар алюмин, тимер, кальций, натрий, калий, магний, водород һәм титан менән Ер ҡабығының 99 % тәшкил итәләр, ҡалған элементтарға 1% тура килә. Ер ҡабығында элементтарҙың масса миҡдары кларк һаны менән күрһәтелә.

Ер ҡабығы составы мантия һәм Ер төшө составынан айырыла. Ер төшө тимер һәм никельдан тора. Шулай уҡ Ҡояш системаһы составы йыһан составынан айырыла. Йыһан да иң күп таралған элемент водород һәм гелий.

Химик матдәләр[үҙгәртергә]

Химик матдә бер төрлө элементтарҙан (ябай матдә) һәм төрлө элементтарҙан (ҡатмарлы матдә йәки химик ҡушылмалар) торорға мөмкин. Бер үк химик элементтың төрлө ябай матдәләр барлыҡҡа килтерә алыу үҙенсәлеге аллотропия тип атала. [3]

Агрегат хәле[үҙгәртергә]

Ғәҙәти шарттарҙа 11 элементтың ябай матдәһе газ хәлендә ((H, He, N, O, F, Ne, Cl, Ar, Kr, Xe, Rn)), 2 элементтың ябай матдәһе шыйыҡса хәлендә — (Br, Hg), ҡалған элементтарҙың ябай матдәһе ҡаты есемдәр хәлендә 500-гә яҡын ябай матдә булыы билдәле. [3]

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

  1. Атомы и химические элементы
  2. Кругосвет — ЭЛЕМЕНТЫ ХИМИЧЕСКИЕ
  3. 3,0 3,1 Простые и сложные вещества. Аллотропия. Названия сложных веществ