Хоккей чемпиондар лигаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хоккей чемпиондар лигаһы

Шайбалы хоккей
Нигеҙләнгән:

2013 йыл

Регион:

Европа

Башлыҡ:

Мартин Бауман[1]

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

32

Ғәмәлдәге еңеүсе:

Швеция Фрёлунда (3)

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

Швеция Фрёлунда (3)

Рәсми сайт:

ChampionsHockeyLeague.net

Хоккей чемпиондар лигаһы (ингл. Champions Hockey League) — был 26 клуб, 6 лига һәм IIHF менән ҡабул ителгән Европалағы хоккей буйынса КХЛ-дан һуң иң престижлы турнир.

Беренсе ярыштар 2014/2015 йылдар миҙгелендә була. Тәүге өс миҙгелдә лиганы нигеҙләнеүҙә ҡатнашҡан командалар автоматик рәүештә турнирҙа ҡатнашырға хоҡуҡ ала. 2016/17 йылдар миҙгелендә командалар һаны 48 була, ә артабанғы йылдан башлап улар һаны 32 тиклем әҙәйә, һәм командалар спорт принцибы буйынса ғына алына. КХЛ клубтары тәүге миҙгелдәрҙә был лигала ҡатнашмайҙар[2].

Турнирҙы бөтәһе ике команда еңә, икеһе лә Швециянан. «Фрёлунда» Чемпиондар лигаһының дүрт миҙгелендә финалда ҡатнаша һәм өсәүһендә еңә. Үткәреү форматы буйынса Хоккей чемпиондар лигаһы футбол буйынса УЕФА чемпиондар лигаһына оҡшаш.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шундай уҡ исемле турнир 2008 йылда IIHF менән ҡабул ителә һәм федерацияның 100 йыллығына арналған ине. Шул ярыштар 2008 йылдың 8 октябренән 2009 йылдың 28 ғинуарына тиклем үтте. Швейцария клубы «Цюрих Лайонс» еңеүсе була һәм ул Виктория кубогында уйнай. Спонсорҙарҙы таба алмағас һәм финанс яҡтан ҡыйынлыҡтар булған өсөн IIHF яңы миҙгелде башламай. 2013 йылдың 9 декабрендә IIHF 2014/2015 миҙгеленән башлап яңы чемпиондар лигаһы була тип әйтә[3]. Тәүге миҙгел 2014 йылдың 21 авгусында башлана. Шунда 12 илдән 44 команда ҡатнаша, улар 11 төркөмгә дүртешәр бүлешә һәм һәр береһе менән икешәр уйын уҙғара — бөтәһе 6 уйын. Төркөмдәрҙә беренсе урын алғандар тура плей-оффҡа сыға, уларға икенсе урындар араһынан иң көслө биш команда тағы ҡушыла. Плей-офф 2014 йылдың 4 ноябренән 2015 йылдың 4 февраленә тиклем үтә. Финалға тиклем һәр парала икешәр уйын уҙғарыла. Финал иһә бер осрашыуҙан тора. Төркөмдәрҙең составы 21 май 2014 йыл Минскта, Белоруссияла билдәле булды[3][4]. Тәүге миҙгелдә «Лулео» хоккей клубы чемпион була.

2015/16 йылдар миҙгелендә командалар һаны 48-гә тиклем күбәйә, улар 16 төркөмгә өсөшәр бүленә. Һәр төркөмдән тәүге ике урыны плей-оффҡа сыға[5]. «А» лицензияһын 26, «В» лицензияһын 12 һәм «С» лицензияһын алған 10 команда ҡатнаша был миҙгелдә[5]. «Уайлд-кард»ты 2014/2015 йылдар миҙгелендәге кеүек Норвегия, Дания, Словакия, Бөйөк Британия һәм Франция чемпиондары ала. Шулай уҡ «уайлд-кард» Словакия, Дания, Норвегия, Бөйөк Британия көмөш миҙалсыларына һәм Континенталь кубогының еңеүсеһенә бирелә. 2016/17 йылдар миҙгелдә һуңғы тапҡыр Чемпиондар лигаһының төркөм этабында 48 команда ҡатнаша — улар өсөшәр команда 16 төркөмгә бүленә. Плей-оффҡа һәр төркөмдән тәүге ике урын сыға. Киләһе миҙгелдән башлап командалар һаны 32-гә тиклем әҙәйә.

2017/2018 йылдар миҙгеленә тиклем һәр бер миҙгелдә 48 команда Европаның 13 лигаһынан ҡатнаша[4]. Командалар өс лицензияға бүленә:

  1. Чемпион;
  2. Даими миҙгелдең еңеүсеһе;
  3. Даими миҙгелдең икенсе урын алыусыһы;
  4. Плей-офф финалисы;
  5. Даими миҙгелдә иң яҡшы күрһәткес менән ярымфиналда еңелгән команда;
  6. Даими миҙгелдә иң насар күрһәткес менән ярымфиналда еңелгән команда;

Әгәр ҙә командалар һаны етмәй икән, шул саҡ даими миҙгелдә 3-4 урын алған командалар ҡатнаша ала[9].

  • «C» лицензияһы: турнирҙа шулай-уҡ «уайлд-кард» алған командалар ҡатнаша.

2017/18 миҙгеленән башлап[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017/18 йылдар миҙгеленән башлап чемпиондар лигаһының төркөм этабында 13 илдән 32 команда ҡатнаша башлай. Турнирға командалар ошо принцип менән йыйыла:

  • Үткән миҙгелдә чемпиондар лигаһының еңеүсеһенә урын
  • Ил чемпионы
  • Даими миҙгел еңеүсеһе
  • Даими миҙгелдә икенсенән бишенсегә урын алған команда

Шулай уҡ һәр бер илдән командалар һаны 5-тән артыҡ булырға тейеш түгел һәм лиганы ойошотороусо командалар спорт күрһәткестәре буйынса ғына төркөм этаптарына эләгергә тейеш[10]. Шулай уҡ ошо миҙгелдән башлап командалар рейтингы ҡулланыла.

КХЛ менән бәхәстәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Континенталь хоккей лигаһы юҡҡа түгел донъяла көсө буйынса икенсе лига тип һанала. Чемпиондар лигаһы төҙөлгәндән бирле турнирҙа КХЛ клубтары ҡатнашыуы тураһында йыл һайын бәхәстәр күтәрелә. 2013 йылда ХАХФ етәксеһе Рене Фазель был турнирҙа КХЛ командалары ҡатнашыуына ышаныуын белдерә[11]. 2014 йылда КХЛ президенты Александр Медведев үҙенең форматын тәҡдим итә: Чемпиондар лигаһының дүрт иң яҡшы командаһы КХЛ-дың иң көслө командалары менән Санкт-Петербургта суперфиналда уйнай[12]. 2015 йылда СКА вице-президенты Роман Ротенберг, Чемпиондар лигаһы КХЛ уйынсылары бик ауыр йөк булып тора ала, тип белдерә[13]. 2017 йылда КХЛ президенты Дмитрий Чернышенко, Чемпиондар лигаһында ҡатнашыу КХЛ-ға күп файҙа килтермәҫ, тип һанай[14]. 2019 йылда ЧЛ президенты Петер Занер Чемпиондар лигаһында КХЛ клубтарының ҡатнашыуына өмөтләнә, әммә был идеяны башҡарырға КХЛ уйындар теҙмәһенең бик тығыҙлығы һәм логистикаһа ҡамасаулай ала[15].

Миҙгел форматы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

32 команда йәрәбә буйынса һигеҙ төркөмгә дүртешәр команда булып бүленә. Бер төркөмдә бер илдән командалар була алмай. Төркөм эсендә бөтә командалар башҡалар менән икешәр осрашыу (бер өйҙә, бер ҡунаҡта) үткәрә. Һәр төркөмдән иң яҡшы ике команда плей-офф уйындарына сыға. Шунан йәрәбә буйынса 1/8 финалы һәм артабанғы раундтарҙың парҙары билдәләнә. 1/8 финалында төркөмдәрҙә беренсе урындан алғандар икенсе урындан менән уйнай. Финалдан башҡа бөтә раундтар ике уйындан тора. Ә финал ике команда араһында яҡшыраҡ һөҙөмтәләр күрһәткене боҙонда бер уйындан тора. Чемпион киләһе йылда ла был турнирҙа ҡатнаша.

Командалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017/2018 йылдар миҙгеленән алып бар 32 команда төркөм этабында ҡатнаша, шуларҙың 24 командаһы алты ойоштороусо лиганан була. Киләһе йылдан алып был лигаларҙан командалар өсөн урын башҡалар менән тиң спорт күрһәткестәре буйынса ғына билдәләнә. Бер илдән бер миҙгелдә максималь рәүештә биш команда ҡатнаша ала. Ҡатнашасаҡ командалар һаны Чемпиондар лигаһының рейтингы буйынса билдәләнә (тәүге ике урындағы лигаларҙан биш команда ҡатнаша, киләһе икәүҙән — 4, артабанғы икәүҙән — 3). Ҡалған һигеҙ урын Норвегия, Словакия, Франция, Беларусь, Дания, Бөйөк Британия һәм Польша чемпиондары менән Континенталь кубок еңеүсеһенә бирелә.

Лигалар рейтингы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урын Лига 2015/16 (25%) 2016/17 (50%) 2017/18 (75%) 2018/19 (100%) Дөйөм мәрәйҙәр Командалар һаны
1 Швеция ШХЛО 100 (25) 95 (48) 100 (75) 100 248 5
2 Швейцария NLAО 80 (20) 100 (50) 80 (60) 95 225 5
3 СМ-ЛиигаО 95 (24) 90 (45) 90 (68) 85 222 4
4 Чехия ЭкстралигаО 85 (21) 85 (43) 95 (71) 75 210 4
5 Германия флагы DELО 75 (19) 75 (38) 85 (64) 80 201 3
6 Австрия EBELО 65 (16) 65 (33) 75 (56) 90 195 3
7 Белоруссия БЭЛ 65 (16) 80 (40) 70 (53) 60 169 1
8 Норвегия GET-Лига 90 (23) 50 (25) 55 (41) 70 159 1
9 Словакия Типспорт Лига 70 (18) 70 (35) 60 (45) 55 153 1
10 Франция флагы Лига Магнус 65 (16) 45 (23) 50 (38) 70 147 1
11 Дания Метал Лига 65 (16) 60 (30) 50 (38) 50 134 1
12 Бөйөк Британия флагы ЭХЛ 45 (11) 60 (30) 65 (49) 40 130 2КК
13 Польша ПХЛ 40 (20) 50 (38) 50 108 1

О Ойоштороусо лигалар
КК Континенталь кубокта 2018/19 миҙгелдә Ҡаҙағстандан «Арлан» хоккей клубы чемпион була, әммә ул Европанан булмағас, Чемпиондар лигаһына турнирҙың финалсыһы Бөйөк Британиянан «Белфаст Джайантс» хоккей клубы эләгә.

Лигалар рейтингында мәрәйҙәр һаналыу тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чемпиондар лигаһының һәр уйыны лигаларға мәрәй килтерә. Бер лиганан командалар йыйған мәрәйҙәр ҡушылып бара һәм аҙаҡтан шул лиганан ҡатнашҡан командалар һанына бүленә. Дөйөм күрһәткес буйынса лиганың был миҙгелдә коэффициенты билдәләнә. Шул һандар иң ҙурынан алып бәләкәйенә тиклем урынлаша: иң яҡшы лига 100 мәрәй ала, артабан урынлашҡан командалар юғарыраҡ булғанға ҡарағанда биш мәрәйгә әҙерәк ала (95, 90, 85...).

Командалар менән мәрәйҙәр йыйыу тәртибе:

  • Төп ваҡытта еңеү — 3 мәрәй
  • Өҫтәмә ваҡытта еңеү — 2 мәрәй (төркөм этабында ғына бар)
  • Төп ваҡытта тигеҙ иҫәп — 1 мәрәй (плей-оффта ғына)
  • Өҫтәмә ваҡытта отолоу — 1 мәрәй (төркөм этабында ғына)
  • Төп ваҡытта еңелгән өсөн — 0 мәрәй

Шулай уҡ, һәр команда киләһе этапҡы сыҡҡан өсөн бер мәрәй менән бүләкләнә.

Лигалар рейтингында һуңғы дүрт миҙгел буйынса ғына һанала. Тәүге миҙгелдә йыйған мәрәйҙәрҙең дөйөм рейтингыға 25% ғына инә, икенсе миҙгелдә — 50%, өсөнсө — 75% һәм иң һуңғы үткән турнирҙың бар 100 проценты һанала.

Бағыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лига менән килешеү буйынса, был компаниялар логоиптары боҙ майҙансыҡтарында, лиганың рәсми сайтында, уйынсылар һәм тренерҙар менән интервью ваҡытында була. Шулай уҡ уйындарҙа периодтар араһында реклама ваҡыты уларға бирелә.

  • engelbert strauss[16] — Хоккей чемпиондар лигаһының төп бағыусыһы.
  • LGT — рәсми бағыусы.
  • Škoda Auto — рәсми бағыусы.
  • Tissot — рәсми бағыусы.

Рәсми партнёрҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бүләкләү фонды[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2019/2020 йылдар миҙгелендә Чемпиондар лигаһының бүләкләү фонды 2,34 млн евро тәшкил итә, чемпион 425 мең евро аласаҡ. 2022/23 миҙгелдә бүләкләү фонды 3,46 миллион евроға тиклем күбәйә, ә чемпионға 720 мең күсәсәк[17].

Еңеүселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Еңеүсе Иҫәп Финалсы Финал урыны
2015 Лулео Швеция 4:2 Швеция Фрёлунда Лулео, Швеция
2016 Фрёлунда Швеция 2:1 Финляндия Кярпят Оулу, Финляндия
2017 Фрёлунда Швеция 4:3 (ө.в.) Чехия Спарта Гётеборг, Швеция
2018 ЮП Финляндия 2:0 Швеция Векшё Лейкерс Векшё, Швеция
2019 Фрёлунда Швеция 3:1 Германия Ред Булл Гётеборг, Швеция
2020

Еңеүселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хоккей чемпиондар лигаһында һөҙөмтәләр
Клуб Еңеүҙәр Финалда отолоу Ярымфиналда отолоу Еңгән йылдар
Швеция Фрёлунда 3 1 0 2015–16, 2016–17, 2018–19
Швеция Лулеа 1 0 0 2014–15
ЮП 1 0 0 2017–18
Оулун Кярпят 0 1 1
Швеция Векшё Лейкерс 0 1 1
Чехия Спарта 0 1 0
Германия флагы РБ Мюнхен 0 1 0
Швеция Шеллефтео 0 0 1
Швейцария Давос 0 0 1
Лукко 0 0 1
Швейцария Фрибур-Готтерон 0 0 1
Чехия Били Тигржи 0 0 1
Чехия Тршинец 0 0 1
Чехия Пльзен 0 0 1
Австрия РБ Зальцбург 0 0 1
Дөйөм 5 5 10

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Staff. Champions Hockey League. 2014 йыл 1 июль архивланған.
  2. Лига чемпионов? Играйте, а мы посмотрим 2014 йыл 28 октябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 New era dawns for Europe. International Ice Hockey Federation.
  4. 4,0 4,1 Ready for takeoff. International Ice Hockey Federation (27 февраль 2014).
  5. 5,0 5,1 CHL to play with 48 teams in 2015–16. Хоккейная Лига чемпионов (4 декабрь 2014). Дата обращения: 4 декабрь 2014. 2014 йыл 9 декабрь архивланған.
  6. CHL: Ny era i europeisk klubbhockey (билдәһеҙ). difhockey.se. ХК «Юргорден» (9 декабрь 2013). Дата обращения: 19 декабрь 2013. 2013 йыл 19 декабрь архивланған.
  7. 7,0 7,1 Qualifikationskriterien für die Champions Hockey League 2014 йыл 5 март архивланған.
  8. New clubs join CHL
  9. Sex nya lag klara för Champions League – så ser Växjös chanser ut (швед.). Hockeysverige.se (26 март 2014).
  10. Чемпиондар лигаһының яңы форматы 2016 йыл 30 ноябрь архивланған.
  11. Рене Фазель: «Уверен, клубы КХЛ появятся в Лиге чемпионов»
  12. Александр Медведев: «Петербург готов принять суперфинальный турнир лучших клубов КХЛ и ЛЧ»
  13. Роман Ротенберг: «Участие клубов КХЛ в Лиге чемпионов будет большой нагрузкой для игроков, мы не имеем права над ними издеваться»
  14. Клубы КХЛ не намерены участвовать в Лиге чемпионов ни на какой из стадий – президент
  15. Президент ЛЧ: «СКА-Нева» в турнире – это слухи. Но мы заинтересованы в клубах КХЛ»
  16. engelbert strauss Лиганың төп бағыусыһы 2017 йыл 15 февраль архивланған.
  17. Призовой фонд хоккейной Лиги чемпионов в сезоне 2019/20 составит 2,34 млн евро