Шайтан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Шайтан —— башҡорт мифологияһында иблес исемдәренең береһе.

Ул Библия термины Сатанаға тура килә. Ҡөръәндә алланы антагонисы булараҡ иҫкә алына. Шайтан йыш ҡына дейеү, ендәр менән ассоциациялаштырыла. Мосолмандар күҙаллауы буйынса һәр бер кешенең фәрештә һәм шайтан оҙатып йөрөй. Улар кешене йә изге эштәр, йә гонаһ ҡылырға мәжбүр итәләр. Шайтан кеше ҡиәфәтенә керә ала. Борон, йәнәһе, шағирҙар һәм күрҙәселәр ҡолаҡтарына шайтан бышылдаған һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар тигән ышаныс таралған булған.

Башҡорт халыҡ ижадында кешеләргә яманлыҡ ҡылыусы зат булараҡ һүрәтләнә. Шайтан образы әкиәттәрҙә, көләмәстәрҙә йыш осрай.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1-16 томдар
  • Батырҙар тураһында әкиәттәр. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте1992 й.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]


Башҡорт мифологияһы геройҙары ±