Шаран районы
| Шаран районы урыҫ. Шаранский район |
|
|---|---|
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 13 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Шаран ауылы |
| Халыҡ һаны | 23620 кеше |
| Халыҡ тығыҙлығы | {{{density}}} |
| Майҙаны | 1384 км² |
| Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
Шишмә районы (урыҫ. Шаранский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Башҡортостандың көнбайышда урынлашҡан, Татарстан менән сиктәш. 1935 йылда ойошторолған, ләкин, Башҡортостндың административ ҡоролошонда үҙгәрештәр булыу сәбәпле, ике тапҡыр район статусын юғалта, 1967 йылда яңынан тергеҙелә. Майҙаны — 1384 км2. Район үҙәге Шаран ауылынан Өфөгә тиклем 201 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Туймазыға 29 км.
Халыҡ һаны 2010 йылда 26,6 мең кеше (1970 — 33,5; 1989 — 23,9 мең; 1994 йыл — 24,2 мең). Халыҡтың урта тығыҙлығы 1 км2-ға 17,5 кеше. Районда 112 ауыл бар, шуларҙың иң ҙурҙары Шаран (4,7 мең), Ерекле (1,0 мең), Түбән Зәйет (0,8 мең кеше). Күпселек татарҙар, мариҙар, сыуаштар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Географияһы
Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһында Сөн йылғаһы башлана. Ере йыуылған һәм типик ҡара, Төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайышта һоро һәм ҡара һоро урман тупраҡлы. Имән, йүкә, ҡайын һәм уҫаҡ ағаслы урмандары район еренең 24%-ын биләй.
Файҙалы ҡаҙылмалары: нефть (Михайловка, Арҙат, Мостафа), кирбес сеймалы (Иҫке Тумбағош, Наратаҫты, Аҡбарыҫ, Йәнәхмәт һәм Юность), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Шаран, Баҡса), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Ивановка) ятҡылыҡтарынан ғибәрәт.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Район ауыл хужалығы йүнәлешле, территорияһы һөрөлөүе юғары кимәлдә (56,5%). Иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, картуф үҫтереүгә, һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡа һәм һарыҡсылыҡ буйынса махсуслашҡан. Умартасылыҡ һәм балыҡсылыҡ үҫешкән. Шаран ауылы май яҙыу һәм кирбес заводтары эшләй.
[үҙгәртергә] Транспорт
Район территорияһын Баҡалы — Туймазы һәм Саҡмағош — Туймазы автомобиль юлдары киҫеп үтә.
[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә
Районда 49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта; 4 дауахана, ПУ, 26 дөйөм китапхана, 51 клуб учреждениеһы бар. Урыҫ һәм татар телдәрендә «Шаранские просторы» — «Шаран киңлекләре». гәзите сыға.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- На сайте республики Башкортостан
- Официальный сайт Администрации Шаранского района
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |