Шиҡылдаҡ
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Шиҡылдаҡ, һылыу һандуғас (урыҫ.варакушка).
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бер ни тиклем бәләкәйерәк. Ерҙә һәм ҡыуаҡтарҙа йөрөүсе төҙөк кәүҙәле матур ҡош. Ата ҡоштоң һырты, ҡанаттары ҡуйы көрән. Түшенең уртаһы ҡыҙыл, уның тирәһе ҡара, унан һуң күк төҫ. Ҡорһағы аҡ, ҡойроҡ аҫты ерән. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы көслө генә: «шик-шик» йәки «шаҡ-шаҡ». һандуғасҡа оҡшатып һайрай.
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Туғай һәм һыу буйындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. Кө¬рән таплы 6—7 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡа һала.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр