Ырымбур дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ырымбур Дәүләт Университеты
Еңеү проспектта ЫДУ-ның
17 ҡатлы фәнни китапханаһы (2007) [1]
Исеме

Оренбургский государственный университет

Халыҡ-ара исеме

Orenburg State University

Элекке исеме

В. В. Куйбышев исемендәге Куйбышев политехник институты филиалы (14.09.1955-1971)
Ырымбур политехник институты (1971-1994)
Ырымбур дәүләт техник университеты (25.10.1994-25.01.1996)

Асылған йылы

1955

Үҙгәртеп ҡоролған йылы

1996

Тип

классик университет, Федераль дәүләт юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы (2012 йылдан)

Ректор

Жанна Ермакова

Студенттар

10000

Сит ил студенттары

1000

Специалитет

4000

Бакалавриат

5000

Магистратура

1000 тиклем

Аспирантура

200 тиклем

Докторантура

50 тиклем

Докторҙар

400

Урынлашыуы

Ырымбур, Аҡбулаҡ, Өфө, Күмертау, Боғорослан, Быҙаулыҡ, Орск

Юридик адресы

Рәсәй, 460018, Ырымбур,
Еңеү проспекты, 13

Сайт

http://огу.рф/ http://гоу-огу.рф/ http://osu.ru/

Ырымбур дәүләт университеты (тулы исеме «Ырымбур дәүләт университеты» юғары професииональ белем биреү буйынса бюджет ҡарамағындағы федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы  — Ырымбурҙың классик университеты. Ырымбур өлкәһенең алдынғы уҡыу йорто. Рәсәй классик университеттары[2] һәм классик университеттарҙың уҡытыу-методик берләшмәһе .[3] ағзаһы.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1971 йылдың 1 ғинуарында Куйбышев политехник институтының (хәҙерге Һамар дәүләт техник университеты) Ырымбур филиалы Ырымбур политехник институты тип үҙгәртелә. Беренсе ректоры итеп Александр Адольфович Бурба тәғәйенләнә.

25 октябрь 1994 й. — Ырымбур политехник институты Ырымбур дәүләт техник университеты тип үҙгәртелә.

25 ғинуар 1996 й. — Ырымбур дәүләт техник университеты Ырымбур дәүләт университеты тип үҙгәртел.

2015 йылда университетҡа 1991 йылдан эшләғән Ырымбур дәүләт менеджмент институты ҡушыла (реорганизация процессы башланды)[4].

Университетты Ырымбур өлкәһе губернаторҙары Елагин Владимир Васильевич һәм Берг Юрий Александрович, Станкин — Мәскәү Дәүләт Технологик Университеты Ректоры, Григорьев Сергей Николаевич һ.б. күренекле кешеләр тамамланы.

Университет өлкәлә генә түгел, ә күрше төбәктәрҙә филиал селтәрен үҫтерә. Шул иҫәптә Башҡортостан Республикаһында (Күмертауҙа һәм Өфөлә) филиалдары бар.

Ырымбур дәүләт университетының китапханаһы

Факультеттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Архитектура-Төҙөлөш факультеты
  2. Аэрокосмос институты
  3. Геология һәм география факультеты
  4. Математика факультеты
  5. Транспорт факультеты
  6. Киске һәм ситтән тороп уҡыу факультеты
  7. Гуманитар һәм социаль фәндәр факультеты
  8. Алыҫ мәғариф технологиялар факультеты
  9. Журналистика факультеты
  10. Информацион технологиялар факультеты
  11. Ижтимағи һөнәрҙәр факультеты
  12. Ҡулланма биотехнология һәм инженерия факультеты
  13. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһы үҫстереү факультеты
  14. Уҡытыусылар квалификацияһы үҫстереү факультеты
  15. Филология факультеты
  16. Иҡтисад һәм идара итеү факультеты
  17. Физика факультеты
  18. Финанстар һәм иҡтисад факультеты
  19. Химия һәм биология факультеты
  20. Электроэнергетика факультеты
  21. Юридик факультеты

ОДУ-та уҡытҡан юғары белемден йүнәлештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур университеты 23 йүнәлеш буйынса уҡыта (РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 17.02.2011-тан 201 һанлы бойроғо буйынса дөйөм 28 йүнәлеш бар).

  1. 010000 Физик-математика фәндәр
  2. 020000 Тәбиғи фәндәр
  3. 030000 Гуманитар фәндәр
  4. 040000 Социаль фәндәр
  5. 050000 Мәғариф һәм педагогика
  6. 080000 Иҡтисад һәм идара итеү
  7. 090000 Информацион имәнлек
  8. 100000 Хеҙмәтләндереү тармағы
  9. 110000 Ауыл һәм балыҡ хужалығы
  10. 120000 Геодезия һәм ер ҡоролошо
  11. 130000 Геология, ҡиммәтле ҡаҙылмалар әҙләү һәм етештереү
  12. 140000 Энергетика, энергетика машиналар төҙөү һәм электротехника
  13. 150000 Металлургия, машиналар төҙөү һәм материалдар етештереү
  14. 160000 Авиация һәм ракет-космос техникаһы
  15. 190000 Транспорт әмәлдәр
  16. 200000 Приборҙар төҙөү һәм оптотехника
  17. 210000 Электр техника, радиотехника һәм элемтә
  18. 220000 Автоматика һәм идара итеү
  19. 230000 Информатика һәм иҫәпләү техникаһы
  20. 240000 Химия һәм биотехнологиялар
  21. 260000 Аҙыҡ-түлек һәм ҡулланыу тауарҙар технологияһы
  22. 270000 Архитектура һәм төҙөлөш
  23. 280000 Тормош имәнлеғе, тәбиғәт ҡоролошо һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау

ОДУ-та уҡытылмаған юғары белемден йүнәлештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 060000 Һаулыҡ һаҡлау
  2. 070000 Мәҙәниәт һәм сәнғәт
  3. 170000 Ҡорал һәм ҡорал системалар
  4. 180000 Диңгеҙ техникаһы
  5. 250000 Урман ресурстар етештереү һәм эшкәртеү

Филиалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Орск
  2. Быҙаулыҡ
  3. Боғорослан
  4. Күмертау

Ректорҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Бурба Александр Адольфович (1971—1983)
  2. Әбдрәшитов Рамзес Тәлғәт улы (1983—1987)
  3. Козаченко Анатолий Борисович (1987—1989)
  4. Бондаренко Виктор Анатольевич (1989—2006)
  5. Ковалевский Владимир Петрович (2006—2015)
  6. Ермакова Жанна Анатольевна (2015 йылдан)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]