Ябай һөйләм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ябай һөйләм бер грамматик нигеҙҙән тора, ләкин уның береһе (эйәһе йәки хәбәре) булмаҫҡа ла мөмкин, ул ваҡытта һүҙ бер составлы һөйләмдәр тураһында бара.

Аныҡлаусы, тултырыусы, хәлдәр, өҫтәлмәлек — һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмдең йөкмәткеһен тулы, аныҡ һәм тасуири итеп сағылдырыуҙа эйәрсән киҫәктәрҙең әһәмиәте ҙур. Йәй килде. Йәмле йәй килде. Ауылға йәмле йәй килде. Бына ауылға йәнә йәмле йәй килде.

Аныҡлаусылар тиң булырға йәки тиң булмаҫҡа мөмкин: аҡ, ҡыҙыл сәскәләр — матур аҡ сәскәләр.

Тултырыусылар тура һәм ситләтелгән була:

  1. Шиғырҙы (нимәне? билдәле төшөм килештә) уҡыным; хат (нимә? билдәһеҙ төшөм килештә) яҙҙым;
  2. таҡтаға (нимәгә? төбәү килештә) яҙған; Азаттан (кемдән? сығанаҡ килештә) һораны.

Хәлдәр ҡылымдан килгән хәбәргә эйәреп, эш-хәрәкәттең эшләнеү ваҡытын, урынын, сәбәбен, маҡсатын, рәүешен, шартын һ. б. белдерә.

Өҫтәлмәлек — аныҡлаусының бер төрө. Аныҡлаусыларҙан айырмалы булараҡ, өҫтәлмәлектәр предметтың билдәһен белдереп кенә ҡалмай, уның атамаһына әйләнә.

Өҫтәлмәлектәр:

  1. ғилми һәм хәрби дәрәжәләрҙе, кешеләрҙең һөнәрен белдерә — профессор Н. К. Дмитриев;
  2. предметтың тәғәйенләнешен белдерә — завод-лаборатория;
  3. туғанлыҡ-ҡәрҙәшлекте, енес айырмалығын сағылдырыусы һүҙҙәр, терминдар — Рәшиҙә апай;
  4. топонимик исемдәргә эйәреп килеүсе номенклатур терминдар — Өфө ҡалаһы.

Һөйләмдең барлыҡ киҫәктәре лә тиң була ала:

  1. бер үк хәбәргә

ҡараған эйәләр, бер үк эйәгә ҡараған хәбәрҙәр, бер үк хәбәргә ҡараған тура һәм ситләтелгән тултырыусылар, хәлдәр һәр саҡ тиң була;

  1. бер үк эйәгә, тултырыусыға, исемдән килгән хәлгә, хәбәргә

ҡараған аныҡлаусылар тиң була.

Тиң киҫәктәрҙең тиң булыуының төп шарты: тиң киҫәктәрҙең асыҡлап килгән һүҙҙәре менән эйәртеүле бәйләнештә булыуы. Тиң киҫәктәрҙе үҙ-ара теркәүсе саралар:

  1. йыйыу теркәүестәре — һәм, да, дә;
  2. ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре — ләкин, ә, тик, бәлки, әммә;
  3. бүлеү теркәүестәре — йә, йәки, ни-ни,

бер-бер, әллә, әле, берсә;

  1. -мы, -ме һорау киҫәксәһе ҡабул иткән һүҙҙәр.

Тик баш киҫәктәрҙән генә торған һөйләм йыйнаҡ, эйәрсән киҫәктәре лә булған һөйләм тарҡау тип атала. Мәғәнә асыҡлығы өсөн бөтә кәрәкле киҫәктәре лә булған һөйләм тулы һөйләм була. Һүҙ барышында еңел аңлашылырлыҡ берәй киҫәге төшөрөлгән һөйләм кәм һөйләм тип атала. Кәм һөйләмдәрҙең мәғәнәһе алдағы һорау һөйләмдән (диалогтарҙа: — Ҡасан ҡайтаһың? — Иртәгә.), ситуациянан (автовокзалда: «Килә!» — һүҙ автобус тураһында барыуы аңлашыла), һөйләү темаһынан (монологта геройҙың йәки авторҙың уйҙары) еңел аңлашыла. Кәм һөйләмдәр, ҡыҫҡа һәм ыҡсым булып, ҡабатлауҙарҙан ҡотолдора, телмәрҙе йәнләндерә.