Ялан һары
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Ялан һары | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||
| Buteo rufinus (Cretzschmar, 1827) |
||||||||||||||||
|
Ялан һары (лат. Buteo rufinus, урыҫ. Курганник) — һарҙар ырыуы, ҡарсығалар(Accipitridae) ғаиләһенән булған йыртҡыс ҡош.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Ҡарғанан ҙурыраҡ. Осҡанда аҡ таплы киң ҡанаттары күҙгә ташлана. Һырты ерәнһыу көрән, ҡорһаҡ яғы һәм түше буй - буй таптар менән сыбарланған һарғылт һоро. Бер аҙ йомағараға оҡшаған. , унан сыбар ҡорһағы, һарғылт төҫө, яланғас аяҡтары менән айырылып тора.Тауышы көслө һәм яңғырауыҡлы: "ҡыйй- ҡыйй - ҡыйй". Яланда ҡоро таҡырҙарҙа йәшәй. Ваҡ хайуандар, кеҫәртке һәм йыландар менән туҡлана.Йылы яҡтарға китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй.Киң генә таралған. Ояһы ҡая таштарҙа, һирәкләп ағас баштарында була. Ҡара таплы 2-3 бөртөк йомортҡа һала. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып файҙа килтерә.
[үҙгәртергә] Таралыуы
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл.
- Курганник на сайте "Редкие и исчезающие животные России"
- Курганник на сайте "Птицы Киргизии"
- Снимки курганника