Ямантау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ямантау
Yamantau.JPG
Координаталар: 54°15′18″ с. ш. 58°06′07″ в. д. / 54.25500° с. ш. 58.102000° в. д. / 54.25500; 58.102000 (G) (O){{#coordinates:54|15|18|N|58|6|7.2|E|type:mountain_region:RU

| |name=

}}
Урынлашыуы Башҡортостан
Тау системаһы Көньяҡ Урал
Тау түбәһе бейеклеге 1640 м
Ямантау (Рәсәй)
Montanya.svg
Ямантау
Ямантау (Башҡортостан Республикаһы)
Montanya.svg
Ямантау
Commons-logo.svg Викиһаҡлағыста категория

Координаты: 54°15′18″ с. ш. 58°06′07″ в. д. / 54.25500° с. ш. 58.102000° в. д. / 54.25500; 58.102000 (G) (O) (Я){{#coordinates:54|15|18|N|58|6|7.2|E|type:mountain(1640)_region:RU

|primary |name= }} ЯмантауБашҡортостанда тау массивы.

Төнъяҡ-көнбатышҡа һуҙылған, киңлеге - 3 км, оҙөнлоғо - 5 км. Тау түбәләре — Оло Ямантау (1640 м) һәм Кесе Ямантау (1510 м).«Оло Ямантау» Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе. Башҡортостандың Белорет районы Көньяҡ Урал ҡурсауығы биләмәһендә урынлашҡан.

Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 700 - 1100 мм. Ҡар ҡатламы 80-100 см һәм уртаса 180-ҙән 205 көнгә тиклем ята. Ландшафттың юғарыла биллелеге билдәләнә. Ғинуарҙа уртаса температура −14-17 °C, июлдә +9-16 °C.

Тау итәгендә Межгорье ҡалаһы (ябыҡ административ-территориальберәмек) урынлашҡан, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса эре масштаблы серле ер аҫты төҙөлөшө башҡарыла. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, был ракета осороу шахтаһы, башҡалары буйынса — VIP-бункер. Халыҡта «Путин бункеры» тип атала [1][2][3].

Топонимика[үҙгәртергә]

Башҡорттар йыш осраҡта географик объект исемдәренә ғәмәли мәғәнә һалған. "Яман тау" исеме, бәлки, көтөү көтөргә мөмкинлек бирмәгән һаҙлы һәм ваҡ ташлы тау бите булғанға көндәлек тормошҡа кереп ҡалғандыр. Шулай уҡ урындағы башҡорттар араһында, тау башына менгән ваҡытта аттар үлә, тигән ышаныс йәшәй. Ниһәйәт, тау битендә йәшәгән күп һанлы айыуҙар булыуы мөһим ысынбарлыҡ.

П. И. Рычков үҙенең «Ырымбур топографияһы»нда былай тип яҙа:

Ноғай даругаһындағы Яман Тау, йәғни әшәке тау, уҫал тауҙа һәр ваҡыт ҡарҙар ята...

Литература[үҙгәртергә]

  • Рычков П. И. Топография Оренбургская. СПб., 1762. С. 243.

Ссылки[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

  1. УЛЯНА ПЕТРОВА Ноевият ковчег на руския президент 24.04.2008 (болг.)
  2. What Is That There Under the Mountain?. «Белорецкий рабочий», 24 марта 1996. 19 мая 2009 тикшерелгән. (инг.)
  3. Despite Cold War’s End, Russia Keeps Building a Secret Complex. The New York Times(инг.)