Яр Саллы
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Яр Саллы (татар. Яр Чаллы, Yar Çallı, урыҫ. На́бережные Челны́) – Татарстан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында, Сулман йылғаһының һул ярында урынлашҡан, Татарстан ҡалалары араһында ҙурлығы һәм әһәмиәте буйынса икенсе урында торған ҡала.
Ҡазан менән араһы 225 км, Түбән Кама менән - 35 км, Алабуға менән - 20 км, Өфө менән - 250 км.
Туҡай районының (1930 — 1976 йылдарҙа Саллы районының) үҙәге. Ҙур автомобиль юлдары үҙәге, йылға порты бар.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Тарих
- 1626 йылдан бирле хәҙерге Яр Саллы урынында беренсе тораҡ йортар булыуы билдәле
- XIX быуатта Яр Саллы пристане – ҙур икмәк һатыу үҙәге булған
- 1920 йылға тиклем – Өфө губернаһының Миңзәлә өйәҙендә; ТАССР барлыҡҡа килгәс, уның составына керә.
- 1922-1930 йылдарҙа Саллы кантонының үҙәге
- 1982-1988 йылдарҙа ҡалаһының исеме Брежнев тип үҙгәртелә.
[үҙгәртергә] Ҡала етәкселәре
- 1991 – 1999 йылдарҙа - Рәфғәт Алтынбаев
- 1999 – 2003 йылдарҙа - Рәшит Хәмәҙиев
- 2003 – 2010 йылдарҙа - Илдар Халиков
- 2010 йылдан хәҙергә ҡадәр - Вәсил Шәйхразиев
[үҙгәртергә] Халыҡ
[үҙгәртергә] Халыҡ һаны
Халыҡ һаны 508 700 кеше (2009 йыл уртаһына) Татарстандың 13,5 % халҡын тәшкил итә, Рәсәй ҡалалары араһында 31-се урында тора.
Яр Саллы ҡалаһының халыҡ һаны үҙгәреүе динамикаһы (халыҡ һанын алыуҙар нигеҙендә)[1]:
| Йыл | Халыҡ һаны (мең кеше) |
|---|---|
| 1887 | 1 |
| 1926 | 4 |
| 1931 | 5 |
| 1939 | 9,4 |
| 1959 | 19,1 |
| 1967 | 33 |
| 1970 | 37,9 |
| 1971 | 55 |
| 1973 | 126 |
| 1976 | 231 |
| 1979 | 301,4 |
| 1982 | 374 |
| 1989 | 500,3 |
| 1996 | 528,7 |
| 2000 | 514,7 |
| 2005 | 508 |
| 2009 | 508,7 |
[үҙгәртергә] Мәғариф
- Кама дәүләт инженер-иҡтисад академияһы
- Яр Саллы дәүләт педагогика институты
- Кама дәүләт физик культура, спорт һәм туризм академияһы
- Яр Саллы дәүләт технология институты
- Ҡазан дәүләт университеты филиалы
- Яр Саллы педагогика көллиәте
- Яр Саллы медицина көллиәте
- Кама дәүләт автомеханика техникумы
- Яр Саллы сәнғәт училищеһы
[үҙгәртергә] Мәҙәниәт
- Яр Саллы Татар дәүләт драма театры
- Яр Саллы дәүләт ҡурсак театры
- Яр Саллы ҡала тарихы музейы
- Сара Садыҡова исемендәге концерт залы
- Балалар һәм йәштәр ижады ҡала һарайы
- "КамАЗ" мәҙәниәт йорто
- “Энергетик” мәҙәниәт һарайы
- Яр Саллы Орган залы
- "Мастеровые" урыҫ драма театры
- "Айгөл" циркы
[үҙгәртергә] Спорт
[үҙгәртергә] Спорт менән шөгөлләнеү урындары
- «Олимпийский» олимпик резерв спорт мәктәбе: йөҙөү, көрәш, дзюдо, самбо, акробатика, бокс
- «Дельфин» спорт мәктәбе: йөҙөү, синхрон йөҙөү, туризм, көрәш, бокс
- «Витязь» спорт мәктәбе: көрәш, армспорт, йөҙөү
- "Афалина" бассейны: йөҙөү, синхрон йөҙөү
- «Яр Саллы» спорт мәктәбе : еңел атлетика, гимнастика, велоспорт, теннис
- "Камаз" футбол клубы: футбол
- «Виктория» спорт мәктәбе: футбол, велоспорт, ауыр атлетика
- «Строитель» спорт мәктәбе: бокс, футбол
- «Комсомолец» олимпик резерв спорт мәктәбе: гимнастика
- «Заря» спорт мәктәбе: футбол, волейбол, мини-футбол, ҙур теннис, атлетик гимнастика
- 11 -се спорт мәктәбе: волейбол, көрәш, ҙур теннис
- 12 -се олимпик резерв спорт мәктәбе: еңел атлетика, милли көрәш, дзюдо, синхрон йөҙөү
- Рәшит Хәмәҙиев исемендәге "Толпар" ат спорт мәктәбе: атлы спорт
- "Яр буйы" паркы: ҡышҡы айҙарҙа саңғы спорты, башҡа ваҡытта кросс, велоспорт
Рәсем:Рәсәй саңғыһы.JPG
"Яр буйы" паркында "Лыжня России - 2008" ярыштары уҙа
- "Мәҙәниәт" паркы: ҡышҡы айҙарҙа саңғы спорты, башҡа ваҡытта кросс, велоспорт
- «Титан» спорт мәктәбе: саңғы спорты, еңел атлетика, бию
- Боз спорт һарайы: хоккей, тимераяҡта шыуыу
- “Берҙәм Рәсәй” боҙ һарайы: хоккей, тимераяҡта шыуыу
- "Федотово" саңғы базаһы (Саллынан сығып): таулы саңғы спорты, сноуборд, пейнтбол,
- Шахмат-шашка клубы ның "Этюд" спорт мәктәбе: шахмат, шашка
- "Челны-Экстрим" спорт техника мәктәбе: картинг, регби, парус спорты, авиамодель спорты
- Олег Кухаренко исемендәге картодром: картинг
- "Планета фитнес" фитнес клубы: фитнес, бию, йөҙөү
- "FitLand" фитнес клубы: фитнес
- "Идеал" фитнес клубы: фитнес, аэробика, йога
- "Гармония" фитнес клубы: фитнес, аэробика, йога, бодибилдинг
- "Ника" фитнес клубы: фитнес, аэробика, йога, бию
- "Лидер" фитнес клубы: фитнес, аэробика, йога, бию
[үҙгәртергә] Спорт командалары
Рәсем:КАМАЗ-МАСТЕР машинасы.jpg
КАМАЗ-МАСТЕР командаһы машинаһы ярышта
- "КАМАЗ-МАСТЕР" командаһы - йөклө машиналар уҙышыу буйынса дөньякүләм лидер
- "Камаз" футбол клубы - Рәсәй беренселегенең I лигаһында алдынғыларҙан һанала
- "Челны" хоккей клубы - Рәсәй беренселегенең I лигаһында уйнай
[үҙгәртергә] Ял итеү, күңел асыу урындары
- Дельфинарий. Анапа дельфинарийы филиалы булған Саллы дельфинарийында дельфиндар һәм диңгеҙ арыҫланы менән ҡуйылған ҡыҙыҡлы шоу-программа ҡарап була.
- Энтузиасттар бульвары – саллылыларҙың яратҡан ял итеү урындарының береһе. Бульварҙа фонтандар, кафе-ресторандар, төнге клубдар, кибеттәр бар.
- “Яр буйы “ паркы майҙаны.
- Ипподром
[үҙгәртергә] Кинотеатрҙар
[үҙгәртергә] Төнгө клубтар
- “Батыр”
- “Колизей”
- “Brooklyn”
- “Джумба”
- “Opera”
- “Brooklyn”
- “Galaxy”