Саха (Яҡутстан) Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яҡут (Саха) Республикаһы битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Республика Саха (Яҡутстан)
Саха РеспубликаҺы

Флаг Якутии Герб Якутии
Саха (Якутия)Республикаһы флагы Саха (Яҡутстан)Республикаһы гербы

Республика Саха (Яҡутстан) Рәсәй картаһында

Башҡала

Якутск

Майҙаны

1-се урында

- Барлығы
- % һыү өҫтө

3 083 523 км²
0,6

Тулайым региональ продукт (ВРП)

28-се урында

- Барлығы, хәҙерге хаҡтарҙа
- Йән башына

305,0 млрд һум млрд. һум (2008)

320,8 тыс. руб.

Бюджет килеме

- Барлығы
- Рәсәй Федераль бюджетынан дотациялар

76,7 млрд һум[1] (2010)
42,4 млрд һум

Рәсәйҙең Федераль округы

Алыҫ Көнсығыш федераль округы

Иҡтисади район

Алыҫ Көнсығыш

Дәүләт теле

урыҫ, саха

Президент

Егор Борисов

Хөкүмәт рәйесе

Галина Данчикова

Дәүләт йыйылышы рәйесе (Ил Тумэн)

Виталий Басыгысов

Гимн

Гимн Республики Саха (Якутия)

РФ субъекты коды

14

Сәғәт бүлкәте

{{{UTS}}}

Саха́ (Яҡутстан) Республикаһы, Яҡутстан ( саха Саха Республиката, Саха Сирэ) — Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә булған дәүләт (республика), Рәсәй субъекты, Алыҫ Көнсығыш федераль округына инә.

Майҙаны буйынса Рәсәй Федерацияһының иң ҙур регионы; шулай уҡ, Якутия — доньяла иң ҙур административ-территориаль берәмек. Баш ҡалаһы — Якутск.

1922 йылдың 27 апрелендә төҙөлгән.

География[үҙгәртергә]

Сиктәре[үҙгәртергә]

Яҡ Рәсәй Федерацияһының региондары
Көнбайыш Красноярск крайы
Көньяк-көнбайыш Иркутск өлкәһе
Көньяҡ Байкал аръяғы крайы, Амур өлкәһе
Көньяҡ-көнсығыш Хабаровск крайы
Көнсығыш Магадан өлкәһе
Төньяҡ-көнсығыш Чукотка автономиялы округы

Якутияның яр буйы һыҙығының оҙонлоғо — 4 500 километрҙан артығраҡ. Якутияның 2/5 өлөшө төньяҡ поляр түңәрәк артында урынлашҡан. Республиканың төньяҡтан көньяҡҡа хәтле оҙонлоғо — 2 500 км, көнсығыштан көнбайышҡа — 2 000 км.

Рельеф[үҙгәртергә]

Якутск янында Лена йылғаһы

Якутияның 2\3 өлөшөн тауҙар биләй. Иң бейек нөктәһе — Еңеү түбәһе (3147 м, башҡа мәғлүмәттәрҙә — 3 003 м; Черский тау һыртында урынлашҡан), йәки Мус-Хая тауы (2959 м, икенсе мәғлүмәттәр буйынса 3 011 м). Якутияла шулай уҡ Верхоянск тау һырты урынлашҡан.

Якутияның көнбайыш өлөшө иң ҙур яҫы таулыҡтарның береһе — Урта Себер яҫы таулығы .

Эре түбәнлектәр: Үҙәк Якутия түбәнлеге, Колыма түбәнлеге, Төньяҡ Себер түбәнлегенең көнсығыш өлөшө.

Гидрография[үҙгәртергә]

Амга йылғаһы

Якутия — иң күп йылғалы (700 мең йылғалар) һәм күлле (800 мең күлдән артығрак) региондарҙың береһе. Иң зур йылғалар: Лена (оҙонлоғо — 4 400 км), Вилюй (2650 км), Оленёк (2292 км), Алдан (2273 км), Колыма (2129 км), Индигирка (1726 км), Олёкма (1436 км), Анабар (939 км) һәм Яна (872 км).

Эре күлләр: Бустак, Лабыңкыр, һ.б.

Тәбиғәт[үҙгәртергә]

Яҡутияның биләмәһе 4 географик сиктәрҙә урынлашҡан: тайга урмандары, тундра, урманлы тундра, арктик сүлдәре. Яҡутия күпселек мәңгелек туңлыҡ зонаһында урынлашҡан.

Үҫемлектәр[үҙгәртергә]

Тайгала ҡарағас күпселекте тәшкил итә, шулай ук ҡарағай, кедр стланигы, шыршы, ҡайын, уҫак; көньяҡтағы райондарҙа — Себер кедры, таулы райондарҙа еҫле тирәк һәм чозения таралған.

Хайуандар дөньяһы[үҙгәртергә]

Саха тайга-тундра зоогеографик зонаһында урынлашҡан. Бында морж, нерпа, тюлень, аҡ айыу йәшәй (утраулы территорияһында); мышы, төньяк боланы, кабарга, ҡарлы тәкә, изюбр, һоро айыу, бүре, ҡызыл төлкө, аҡ төлкө, кеш, аҫ, себер көҙәне, шәшке һ. б.

Республиканың һалҡындарҙа балыҡтарҙың 50 төрө йәшәй, ҡоштарҙың 250 төрө бында оя ҡора.

Климат[үҙгәртергә]

Климат — киҫкен континенталь, ҡыштың оҙон һәм йәйҙең ҡыҫҡа булыуы менән айырылып тора тора.


Осор Ғин, °C Фев, °C Мар, °C Апр, °C Май, °C Июн, °C Июл, °C Авг, °C Сен, °C Окт, °C Ноя, °C Дек, °C Йыл, °C Йыл, % Йыл, кВтч/м² Йыл, м/с
Айхал −34,5 −30,5 −23,3 −13,7 −3,3 8,7 14,1 9,7 0,5 −12,9 −26,9 −32,3 −11,9 75,0 905,8 3,2
Алдан −26,3 −22,8 −15,0 −4,3 4,9 13,7 16,6 13,3 5,0 −6,4 −18,9 −25,1 −5,4 70,5 1095,8 1,9
Аллах-Юнь −34,6 −31,8 −24,5 −12,5 −1,4 9,7 12,7 9,1 0,7 −14,2 −28,0 −34,6 −12,3 76,2 1051,9 3,4
Алмазный −28,2 −24,4 −17,5 −8,0 3,9 14,0 18,2 14,2 4,4 −7,4 −20,5 −26,6 −6,4 66,4 1048,3 3,2
Амга −41,1 −36,4 −22,6 −5,5 7,2 15,5 18,6 14,3 5,7 −8,9 −28,7 −39,9 −10,0 73,0 1110,4 1,8
Артык −41,0 −38,2 −30,0 −16,9 −4,3 8,1 11,3 6,7 −2,2 −18,5 −33,7 −40,7 −16,5 79,3 1000,8 3,5
Бердигестях −28,9 −25,2 −18,7 −7,9 4,5 15,0 18,9 14,8 4,8 −7,9 −21,3 −28,2 −6,6 67,8 1081,1 3,0
Борогонцы −31,9 −28,1 −20,1 −7,5 5,4 15,7 19,0 14,9 5,1 −9,3 −23,6 −31,7 −7,6 67,2 1081,1 2,8
Верхоянск −47,0 −42,7 −29,8 −12,9 2,8 13,0 15,2 10,8 2,3 −14,9 −36,7 −43,6 −15,1 70,5 938,7 1,7
Вилюйск −36,8 −30,1 −19,0 −6,1 5,5 15,1 18,8 14,2 5,6 −7,8 −25,9 −34,3 −8,3 66,7 1048,3 2,0
Витим −28,8 −23,6 −14,0 −2,6 6,6 14,9 18,3 15,0 6,4 −3,5 −17,1 −26,5 −4,5 73,0 1077,5 2,5
Ленск −29,0 −24,0 −14,7 −3,7 6,2 14,5 17,9 13,9 5,8 −4,9 −19,2 −27,2 −5,3 70,4 1073,8 2,7
Майя −29,8 −26,1 −18,6 −6,6 5,8 15,8 19,3 15,3 5,5 −8,0 −21,6 −29,4 −6,4 66,4 1095,8 2,8
Мирный −28,6 −24,8 −17,7 −8,3 3,5 13,7 17,9 14,0 4,2 −7,6 −20,8 −27,0 −6,7 67,3 1033,7 3,2
Оймякон −47,0 −42,9 −32,4 −14,4 1,9 11,6 13,8 10,1 1,7 −16,1 −37,2 −45,6 −16,2 70,8 1106,7 1,3
Олёкминск −31,3 −25,4 −15,0 −3,1 7,1 15,1 18,4 14,7 6,2 −5,2 −20,9 −29,7 −5,7 70,7 1088,4 2,4
Остров Андреева −31,2 −31,1 −28,8 −22,6 −10,2 −1,2 2,9 2,2 −2,6 −15,0 −26,0 −28,2 −15,9 84,9 668,4 5,7
Покровск −39,7 −33,7 −21,1 −5,4 6,7 15,2 18,6 14,4 5,7 −8,1 −27,2 −38,1 −9,3 69,5 1092,1 2,4
Тикси −31,1 −29,2 −26,4 −18,9 −6,4 3,1 7,6 7,4 1,5 −11,0 −23,8 −28,2 −12,9 81,7 785,3 4,8
Томмот −32,3 −27,7 −19,3 −8,2 2,6 12,8 15,8 12,3 3,3 −10,0 −24,0 −31,2 −8,7 72,7 1073,8 3,2
Удачный −34,4 −30,4 −23,2 −13,6 −3,2 8,8 14,1 9,7 0,6 −12,8 −26,7 −32,1 −11,8 74,7 924,1 3,2
Чульман −30,9 −24,9 −15,6 −5,0 4,4 13,3 16,1 12,9 4,5 −7,4 −21,2 −29,6 −6,9 71,4 1117,7 2,7
Якутск −40,9 −35,9 −21,6 −6,1 6,7 15,4 18,7 14,9 5,7 −8,5 −29,2 −38,8 −9,8 68,9 1081,1 2,0


Сәғәт бүлкәттәре[үҙгәртергә]

Яҡутияла(Саха) сәғәт бүлкәттәре
Sakha Yakutia rep.png

Яҡут (Саха) өс сәғәт бүлкәтенә ҡарай:

  1. Map of Russia - Yakutsk time zone.svg
    Якутия сәғәт зонаһы (YAKT, UTC+10).
  2. Map of Russia - Vladivostok time zone.svg
    Владивосток сәғәт зонаһы (VLAT, UTC+11)
  3. Map of Russia - Magadan time zone.svg
    Магадан сәғәт зонаһы (MAGT, UTC+12)

Тарих[үҙгәртергә]

Беренсе мең йыллыҡ урталарында эвенктарҙың һәм эвендарҙың боронғо ата-бабалары Яҡут еренә килеп ултыра. Был төбәккә сахаларҙың килеүе уларҙы төньяҡҡараҡ сигенергә мәжбүр иткән.

  1. О государственном бюджете Республики Саха (Якутия) на 2010 год

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]