Яңауыл районы
| Яңауыл районы урыҫ. Янаульский район |
|
|---|---|
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 1 ҡала биләмәһе 19 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Яңауыл ҡалаһы |
| Халыҡ һаны | 21455 кеше |
| Халыҡ тығыҙлығы | 23.4 |
| Майҙаны | 2176 км² |
| Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
Яңауыл районы (урыҫ. Янаульский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Яңауыл ҡалаһы. Башкортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштартан Удмурт Республикаһы, төньяктантан Пермь өлкәһе менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Майҙаны — 2176 км2.
2010 халыҡ һаны 21, 45 мең кеше (1970 — 42,0 мең, 1979 — 32,2 мең, 1989 — 24,1 мең, 1995 — 23,4 мең) .
109 ауыл, административ яҡтан Нефтекама ҡҡалаһына буйһонған Әмзә ҡасабаһы бар. Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 30 кеше. Күпселекте башҡорттар, татарҙар, удмурттар һәм урыҫтар тәшкил итә.
Районн Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһы аша Беүә йылғаһы аға, унда Ҡарман ГРЭС-ы урынлашҡан ( Ҡарман һыу һаҡлағысы). Күпселек ере һоро урман һәм көлһыу тупраҡлы. Ҡараңғы асыҡ ылыҫлы, киң япраҡлы урмандар районн территоряһының 23,3%-тын биләй.
Файҙалы ҡаҙылмалары нефть (Игровка, Воязы, Сытырман, Байһары, Львовка), кирбес сеймалы (Беүә, Яңауыл), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Атлығас) ятҡылыҡтарынан тора. Район сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешендәндә үҫә. Нефть ятҡылыҡтары “Краснохолмскнефть" НГДУ-һы тарафынан эшкәртелә. Төҙөлөш материалдары етештереү һәм ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү предпрятиелары Яңауылда тупланған. Ауыл хужалағының төп тармаҡтары: игенселек, картуф үҫтереү, йәшелсәселек, һөт һәм ит йүн-дәге мөгөҙлө эре мал үрсетеү, сусҡасылыҡ. Умартасылыҡ үҫешкән. Район территорияһын Ҡаҙан—Екатеринбург тимер юлы һәм Өфө—Яңауыл автомобиль юлы киҫеп үтә. Район ауылдарында 66 дөйөм белем биреү мәктәбе (1994/95 уҡыу йылы 3828 уҡыусы), шул иҫәптән 18 урта; 3 ауыл участка дауаханаһы, 34 дөйөм китапхана, ПУ -72, клуб учреждениеһы эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә “Янаульские зори" гәзите сыға.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Район сайты
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |