Яңауыл (ҡала)

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

ЯңауылБашҡортостанда, Өфө ҡалаһынан 218 км алыҫлыҡта, Яңауыл һәм Буй йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан, ҠазанЕкатеринбург тимер юлындағы ҡала.

[үҙгәртергә] Тарихы

Яңауыл — бай тарихлы ҡала. Уның тамырҙары алыҫ XVIXVII быуаттарға барып тоташа. Бәләкәй генә ауыл булып барлыҡҡа килә ул. 1770 йылдарға тиклем ауылды урыҫтар «Новая» тип йөрөтәләр, халыҡ «Яңауыл» тип атағанға күрә, тарихҡа ул «Янаево» булараҡ ингән. Документта уның исеме тәүге тапҡыр 1750 йылда телгә алына. Телгә алыныу дөрөҫ нигеҙ һалынған йылды аңлатмай. Уның тарихы күпкә алдараҡ башланған тигән һүҙ. 1795 йылда бында 30 йорт булып, 173 кеше йәшәй. 1920 йылда 105 йортта 685 кеше көн иткән.

19091914 йылдарҙа Ҡазан-Екатерибург тимер юлы төҙөлә. Тимер юл бер-береһенән саҡрымда ғына ятҡан Иванай (Иманай, Йобанай) һәм Яңауыл ауылдары араһынан үтә. Бында станция төҙөлә. Уға Яңауыл исеме бирелә. 1916 йылда беренсе поезд үтә. Станцияны 1919 йылда В. М. Азин аҡтарҙан азат итә.

1938 йылда Яңауыл, Иванай, Ҡызыл Октябрь бергә ҡушыла һәм Яңауыл эшселәр поселогы тип атала башлай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Яңауыл үҫә, нығый.

1990 йылдан Яңауылға ҡала статусы бирелә.

Ҡалала 27 меңдән ашыу кеше йәшәй.

Яңауыл тимер юл вокзалы

[үҙгәртергә] Сәнәғәт

Ҡалалағы төп сәнәғәт ойошмалары:

  • АНК "Башнефть" "Башнефть-Яңауыл" асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы.
  • май, сыр комбинаты
  • элеватор
  • икмәк заводы
  • төҙөлөш материалдары заводы

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Coat of Arms of Bashkortostan.svg Башҡортостан ҡалалары Flag of Bashkortostan.svg
Башҡала: Өфө

Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау
Мәләүез | Межгорье | Нефтекама | Октябрьский | Салауат | Сибай | Стәрлетамаҡ | Туймазы | Учалы | Яңауыл

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә