Яңы йыл байрамы Рәсәйҙә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡыҙыл Майҙанда 2007-2008 йылғы Яңы йыл шыршыһы, Мәскәү.Я

Яңы йыл байрамы Рәсәйҙә— иҫке йылдың һүңғы көнөнән киләһе йылдың беренсе көнөнә күсеү байрамы. Был датаны күп халыҡтар үҙҙәрендә ҡабул ителгән календарь буйынса байрам итә. Яңы йыл байрамын билдәләү йолаһы б.э.т.э.т III меңйыллыҡта уҡ Месопатамияла барлыҡҡа килгән. Б.э.т. 46 йылда Рим императоры Юлий Цезарь Яңы йылды ҡаршы алыу датаһын 1 ғинуарға күсерә. Римлеләр был айҙы бөтә башланғыстарҙың аллаһы Янусҡа бағышлай. Айҙың исеме шунан килеп сыға.

Тарих[үҙгәртергә]

XV быуатҡа тиклем Рәсәйҙә Яңы йылды Юлиан календары буйынса 1 мартта, баҫыу эштәре башланған ваҡытта, изге Пасха көнөнән башлағандар. билдәләгәндәр. 1348 йылғы Мәскәү Соборы Яңы йылды 1 сентябрҙән башларға ҡарар сығара. Был ваҡытта халыҡтан яһаҡ, пошлина, оброктар йыйыу тамамлана. Пётр I-нең махсус Указы менән, Юлиан календары буйынса башҡа Европа илдәрендәге кеүек үк, Яңы йыл Рәсәйҙә 1700 йылдың 1 ғинуарынан башлана.

Петр I-нең 1699 йылдың 20 декабрендәге «Яңы йылды байрам итеү тураһында» 1736 һанлы Указы
« … Яңы йылды 1 сентябрҙән түгел, ә быйылғы 1700 йылдың 1 ғинуарынан иҫәпләргә. Ошо яҡшы башланғыс уңайы менән байрам иткәндә бер-береңде Яңы йыл менән ҡотларға… Данлы һәм күп кеше йөрөй торған урамдарҙың йорттарын, ҡапҡаларын ҡарағай, шыршы һәм артыш ботаҡтары менән биҙәргә. Мылтыҡтарҙан һәм ҙүр булмаған пушкаларҙан атырға, мөмкинлеккә ҡарап уттар тоҡандырырға..»

Петр I-нең 1699 йылдың 20 декабрендәге «Яңы йылды байрам итеү тураһындағы» 1736 һанлы Указы. [1]

»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Хрестоматия по русской истории / Сост. М. Н. Коваленский. — 3-е изд. — М.: Гос. издательство, 1923. — Т. II.