Яҫы селәүсендәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҫы селәүсендә
Турбеллярия Pseudoceros dimidiatus
Турбеллярия Pseudoceros dimidiatus
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Бүлек: Билатераль
Ярым бүлек: Беренсел ауыҙлылар
Супертип: Platyzoa
Тип: Яҫы селәүсендәр
Латинса исеме
Plathelminthes Gegenbaur, 1859
Класс

Яҫы селәүсендәр тибы(лат. Plathelminthes, әйки Platyhelminthes, рус. Плоские черви, бор. грек. πλατύς — киң, һәм ἕλμινθος) — сөсө һәм диңгеҙ һыуында йәшәй, бик күптәре кешенең һәм хайуандарҙың эсәк буйҙарыда паразитлыҡ итеп бик күп зарар килтерә торған, ябай төҙөлөштәге ялпаҡ селәүсендәр[1].

Яҫы селәүсендәр тибына өс ҡатлы, ике яҡлы симметриялы хайуандар керәләр. Уларҙың тән стенкаһы өс ҡатлау: экто-, энто- һәм мезодерма күҙәнәктәренән барлыкка килгән.

Хәҙерге ваҡытта яҫы селәүсендәрҙең 12,5 мең төрө билдәле. Улар бер нисә класка берләшкән: Керпексәле (төклө) селәүсендәр, Имгес селәүсендәр, йәки Трематодалар һәм Таҫма селәүсендәр.

Һуңғы ике класс эволюция процессында паразит йәшәү рәүешенә күскән һәм, төзөлөшөндәге үҙенсәлектәр менән, ирекле йәшәүсе төклө селәүсендәрҙән шаҡтай айырылып тора. Улар, бигерәк тә таҫма селәүсендәр, хужа организмынан ситтә йәшәргә мөмкинлек биреүсе күп кенә ағзаларын һәм системаларын юғалтҡандар.

Яҫы селәүсендәрҙең тәне өс ҡатлы. Ул эпителий менән (ирекле йәшәүселәрҙең — төклө эпителий) ҡапланған тире-мускул ҡапсыҡтан тора, эпителий аҫтында мускул ҡатлау урынлаша; тән ҡыуышлығы юҡ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В. Н. Беклемишев и Е. Н. Павловский (1937) «Тип Plathelminthes.» в кн. Руководство по зоологии. Т. 1. — М.—Л.: Гос. изд-во биол. и мед. лит. — С. 385—555.