Ғабдрахман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ғабдрахман
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Әлмәт районы

Координаталар

54°46′33″ с. ш. 52°29′27″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

16, 116

ОКАТО коды

92 208 000 002

ОКТМО коды

92 608 403 101

ГКГН номеры

0158930

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ғабдрахман (Рәсәй)
Ғабдрахман
Ғабдрахман
Ғабдрахман (Татарстан)
Ғабдрахман

Ғабдрахман (татар. Габдрахман, рус. Абдрахманово) — Татарстан Республикаһының Әлмәт районындағы ауыл. Ғабдрахман ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Дала Зәйе йылғаһы буйында, Әлмәт ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдрахман — Юрмый улустары башҡорттарының ауылы. XVIII быуатта нигеҙләнгән. Ауыл һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе составында була. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына керә[2]. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл башта Әлмәт улусы, ә 1918 Ҡаратай улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда 2 һыу тирмәне, 2 мәсет һәм 2 мәктәп теркәлгән, шаршамбы һайын баҙар булған[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районына составына инә[1].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1783 йылда ауылда 164 йән типтәр; 1795 йылда — 217 типтәр; 1816 йылда — 15 ихатала 66 башҡорт; 1834 йылда ир енесле 94 йән башҡорт һәм 183 йән типтәр иҫәпләнгән; 1859 йылда 106 ихатала 817 ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорттар йәшәгән[2].

Халыҡ иҫәбе
1762178218591889189719101920
731038171311142218512009
1926193819491958197019791989
1838182614321656156015471300
200220102012[3]2013[4]2014[5]2015[6]2016[7]
1428161717321747172217441687

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 574. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  4. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  5. Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  7. Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года. Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.