Ғабдулла Туҡай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғабдулла Туҡай

Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы Туҡай (1886—1913) — татар халҡының бөйөк шағиры, татар әҙәбиәте классигы, әҙәби тәнҡитсе, публицист, яңы заман татар әҙәбиәтенә һәм әҙәби теленә нигеҙ һалыусы.

Биография[үҙгәртергә]

Ғабдулла Туҡай 1886 йылдың 26 апрелендә Ҡазан губернаһы Арса яғында Ҡушлауыс ауылында мулла Мөхәмәтғариф ғаиләһендә тыуа. Улы дүрт ай ярымлыҡ булғас Мәхәмәтғариф хәҙрәт үлеп китә. Тол ҡалған Мәмдүдәне Сасна ауылына кейәүгә бирәләр. Бәләкәй Ғабдулланы ваҡытлыса аҫрамаға ауылда Шәрифә исемле фәкир бер ҡарсыҡҡа ҡалдыралар. Шағирҙың ғазаплы ауыр тормошо бына шулай башлана.

Һуңыраҡ үҙ әсәһе яңы ғаиләһенә алып ҡайта. Шағирҙың «Иҫемдә ҡалғандар» автобиографик әҫәрендә ошо урында, сабый рәхәткә тарыны, тип иркен һулап ҡуяһың. Ләкин был рәхәт оҙаҡҡа бармай: әсәһе донъя ҡуя — Ғабдулла дөм йәтим ҡала. Сасна муллаһы йәтимде Өсөйлөгә, Ғабдулланың әсәһенең атаһына ҡайтарып бирә. Бында иһә үгәй өләсәй. Күп балалы ғаилә. «Үгәй өләсәйҙең алты күгәрсене араһында мин бер сәүкә булғанға, илаһам — мине йыуытыусы, иркәләнәм тиһәм — мине һөйөүсе, ашағым-эскем килһә — ҡыҙғаныусы бер ҙә булмаған, мине эткәндәр ҙә төрткәндәр…»

Был дүртенсе ғаилә булды. Бәләкәй Ғабдулла бында аслыҡты һәм йәтимлекте татый. Олатаһы күрше ауылдарҙан икмәк һыныҡтары теләнеп алып ҡайтып, бабаларын аслыҡтан һаҡлай. Ә бер ваҡыт, Ҡазанға барыусы бер йәмшиккә ултыртып, баланы йыраҡ билдәһеҙ сәфәргә оҙаталар. Теге йәмшик Бесән баҙарына еткәс: «Аҫрарға бала бирәм, кем ала?» тип ҡысҡырып йөрөгән.

Халыҡ араһынан бер кеше сығып малайҙы үҙҙәренә алып ҡайта. Яңы биҫтә һөнәрсеһе Мәхәмәтвәли абзый менән Ғәззә абстай ана шулай малайлы булалар. Туҡай өсөн был — бишенсе оя. Бәләй Ғабдулла был ғаиләлә ике йыл ярым йәшәгәс яңы ата-әсәһе сирләп китә һәм: «Беҙ үлгәс, был бала кем ҡулына ҡала, исмаһам, ауылына ҡайтарайыҡ…» — тип Өсөйлөгә оҙаталар. «Был ғаиләлә мине нисек ҡаршы алғандарынан, минән мәңгелеккә ҡотолдоҡ, тип уйлаған булғандар икәнен берергә була» — тип яҙа шағир.

Тырыша торғас, малайҙы Ҡырлай ауылындағы ир балаһыҙ Сәғҙи абзыйға уллыҡҡа оҙаталар. Шулай алтынсы оя…

Сабыйға Ҡырлай мәрхәмәтлерәк булып сыға. Бында Ғабдулла оҙағыраҡ йәшәй, хатта уҡырға йөрөй. Ҡырлай ауылында үҙенең киләсәк ижады өсөн бик күп рухи байлыҡ туплай. Туҡайҙың бала сағында Ҡырлайҙың тирә-яғында ҡара урман булған. Ул урманға Ҡарлай малайҙары менән ат көтөргә барыуҙар. Ундаға усаҡ янында әкиәтле, ябалаҡ тауыштары ишетелгән сихри төндәре. Таң атҡанда иҙелеп йоҡоға китеүҙәр, күккә ашҡан шыршылар, ҡайҙандыр малайҙарҙы күҙәтеп торған Шүрәле — былар барыһыла һиҙгер күңелле,ҡәһәр менән имгәтелгән баланың рухын байыталар.

Артабан Ғабдулланың бала сағы Уральск ҡалаһында дауам итә. Атаһы яғынан туған әбеһенең ғаиләһенә, сауҙагәр Ғәлиәскәр Усманов алына. Бында ул «Мотыйғая» мәҙрәсәһенә уҡырға йөрөй. Бындағы тормош йәш Ғабдулланың рухына ҙур тәҫьир яһай. Туҡай, параллель рәүештә, өс йыллыҡ рус мәктәбендә белем ала. Мәҙрәсәлә ғәрәп, төрөк, фарсы телдәрен яҡшы үҙләштергән малай кинәт кенә рус һәм Европа әҙәбиәте донъяһына сума.

1905 йылда Уральскиҙа «Фикер», «Аль-гаср аль-джадид», «Уклар» беренсе татар гәзит-журналдары сыға башлай, Туҡай хеҙмәттәшлек итә, бик күп шиғыр-мәҡәләләре менән сығыш яһай.

Ғ. Туҡайҙың «Шүрәле» поэмаһы ғәрәп телендә, 1979 йыл.

1905 йыл революция тулҡыны Уральскиға килеп еткәндә Туҡайға 19 йәш була. Революция биргән мөмкинлектән файҙаланып, Камил Мотыйғый (тат.Камил Мотыйгый) “Уралец” газетаһы нәшриәтен һатып ала. Туҡайҙың тормошонда яңы этап башлана. Ул наборщик булып эшкә керә. Большевиктәр был типографияны листовкалар баҫтырыу өсөн файҙалана. Шуның йоғонтоһонда Туҡай ҡыйыу публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Әлгасрелҗәдид» журналында шиғырҙары баҫыла. Туҡайҙың хыялында сатирик журнал сығарыу. 1906 йылда “Уҡлар” журналы сыға башлай, редакторы — Туҡай. Ҡыҫкаһы ул үҙ диңгеҙенә сума, типографияла көнө-төнө эшләй, шиғыр-мәҡәләләр яҙа, тәржемә итә. Уральск шағиры Туҡайҙы Ҡазанда, Ырымбурҙа, Петербургта яҡшы беләләр.

1907 йылда Туҡай Ҡазанға юллана. Бында “Әл-ислах” гәзитендә, “Яшен” журналында актив ҡатнаша.

1910 йылда “Ялт-йолт” сатирик журналы сыға башлай. Туҡай бөтөн көсөн ошо журналға бирә. “Шәрык клубында” халыҡ ижады буйынса лекциялар уҡый, концерттарҙа ҡатнаша. 1913 йыл башында шағирҙың сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшай, ләкин ул ижад эшен ташламай. 15 (2) апрельдә Туҡайҙың ғүмөрө өҙөлә. Ҡаҙан быға ҡәҙәр бындай күп халыҡлы йыназаны күргәне булмай. Ауыл-ҡала мәҙрәсәләрендә уҡытыу туҡтатыла. Туҡайҙы Ҡазандың Яңы биҫтә зыяратында ерләйҙәр.

Ҡазандың Яңы биҫтә зыяратында Ғабдулла Туҡай ҡәбере.

Иҫтәлек[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]