Ғаилә хоҡуғы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ғаилә хоҡуғығаилә ағзаларын хоҡуҡи яҡлауҙы тәьмин итеү, уның хеҙмәткә яраҡһыҙ ағзаларының һәм бәлиғ булмаған балаларҙың мәнфәғәттәрен һаҡлау маҡсатында ғаилә мөнәсәбәттәрен көйләгән хоҡуҡ тармағы. Ғаилә хоҡуғы нормалары никахҡа инеү, уны өҙөү һәм уны ҡанунһыҙ тип таныу шарттарын һәм тәртибен; ир менән ҡатын, ата-әсә, балалар (уллыҡҡа алыусылар һәм уллыҡҡа алыныусылар) һәм башҡа туғандар араһындағы милеккә бәйһеҙ һәм милеккә бәйле шәхси мөнәсәбәттәрҙе; ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу тәртибен билдәләй. Рәсәйҙә революцияға (1917) тиклем ғаилә хоҡуғы хоҡуҡтың айырым тармағы булмай.

Башҡорттарҙың ғаилә-никах мөнәсәбәттәре[үҙгәртергә]

Башҡорттарҙың ғаилә-никах мөнәсәбәттәре, башҡа төрки халыҡтарҙыҡы кеүек үк, йола хоҡуғы, Ҡөрьән һәм шәриғәт нормалары, Рәсәй ҡануниәте (Рәсәй империяһының закондар йыйынтығы, 1832 һ.б.) м‑н көйләнә. 1744 йылда закон буйынса никахҡа инеү йәше билдәләнә: кейәү өсөн — 15 һәм кәләш өсөн 13 йәштән дә кәм түгел; 1830 йылдың 30 июлендәге һәм 1835 йылдың 22 мартындағы закондар буйынса кейәүгә — 18, кәләшкә 16 йәш тулғансы никахҡа инеү тыйыла. Иртә никахтарҙы теркәгән дин әһелдәренә яза бирелә. Никахты теркәү йәки өҙөү һәм башҡа тураһындағы мәғлүмәттәр метрика кенәгәләренә индерелә. 1917 йыл «Гражданлыҡ никахы тураһында, балалар тураһында һәм гражданлыҡ хәле акттары кенәгәһен алып барыу тураһында»ғы һәм «Никахты өҙөү тураһында»ғы декреттарға ярашлы, ғаилә-никах мөнәсәбәттәренең яңы төрҙәре — гражданлыҡ никахы, айырылышыу ирке, никахҡа инеү өсөн ҡатлам, дини, милли сикләүҙәрҙе бөтөрөү индерелә. Гражданлыҡ хәле акттары, никах, ғаилә һәм опекунлыҡ хоҡуғы тураһында (1918) һәм никах, ғаилә һәм опекунлыҡ тураһында (1926) закондар кодекстары, РСФСР ҮБК‑ның һәм ХКС‑тың аборттарҙы тыйыу т‑дағы Ҡарары (1936), СССР ЮС‑ының ауырлы ҡатындарға, күп балалы, яңғыҙ әсәләргә дәүләт ярҙамы тураһында, «Герой әсә» почётлы исемен һәм ордненын, «Әсәлек даны» орденын һәм «Әсәлек миҙалы»н булдырыу (1944), ата-әсәһенең никахы теркәлмәгән балаларға ҡағылышлы (1945), СССР граждандары менән сит ил кешеләре араһында никахты тыйыу тураһындағы (1947; 1968 йылдарға тиклем ғәмәлдә була) указдары, Никах һәм ғаилә тураһында СССР һәм союздаш республикалар ҡануниәте нигеҙҙәре (1968), РСФСР‑ҙың Никах һәм ғаилә тураһында кодексы (1969) ҡабул ителә. БР‑ҙа ғаилә хоҡуғы нормалары РФ Конституцияһы һәм БР Конституцияһы, РФ‑тың (1995) һәм БР‑ҙың (1994) Ғаилә кодекстары, «Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында» (1993), «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» (2000) закондар һәм башҡа менән көйләнә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Данилин В.И. Реализация и охрана брачно-семейных прав: учеб. пособие. Уфа, 1989; Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептярях и бобылях: сб. док. и материалов. Уфа, 1999; Латыпова Д.Ф. Актуальные вопросы семьи в гражданском праве. Уфа, 2007

Һылтанмалар[үҙгәртергә]