Ғафури районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғафури районы
урыҫ. Гафурийский район
Coat of Arms of Gafuri rayon (Bashkortostan).png Flag of Gafuri rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 16 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Красноусол ауылы
Хакимиәт башлығы Ибрагимов Габдулхат Хайруллович
Халыҡ һаны 35605 кеше
Халыҡ тығыҙлығы 12
Майҙаны 3039 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Gafuriyskiy rayon (Bashkortostan).svg

Ғафури районы (урыҫ. Гафурийский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 1930 йылда Красноусол районы ойошторолған, 1940 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Красноусол ҡасабаһы. Өфөгә — 130 км, Стәрлетамаҡҡа — 60 км. Майҙаны — 3039 км2. Халыҡ һаны 2010 йыл — 35,6 мең (1970 йыл — 54,8; 1979 йыл — 44,4; 1989 йыл — 36,8, 1995 йыл — 35,1). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 12 кеше. Районда 97 ауыл бар: шуларҙың иң ҙурҙары — Красноусол ҡасабаһы (10,8 мең кеше), Табын (1,9 мең) һәм Сәйетбаба (1,4 мең) ауылдары. Башҡорттар, урыҫтар һәм татарҙар күпселекте тәшкил итә.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Географияһы

Район территоряһының ҙур өлөшө таулы (иң бейек урыны 600—700 м-ға етә), ярайһы уҡ дымлы, киң япраҡлы һәм ҡайын ҡатыш уҫаҡ урмандар менән ҡапланған. Көнбайышыдағы тар тигеҙлекте Ағиҙел йылғаһы үҙәне биләй. Климаты бер аҙ ҡоро. Район ерҙәрендә һоро урман, туғай тупрағы һәм көлһыу ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Гидрографик селтәрен Ағиҙелдең уң яҡ ҡуш-ры Еҙем, Егән һәм Тоҙйылға (Усолка) йылғалары барлыҡҡа килтерә.

Ер аҫты байлыҡтарынан нефть (Табын, Ҡарлы), быяла доломиты (Ташлы), кварц ҡомо (Ҡотлоғужа, Ҡарауылтау), ҡом (Табын), ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы (Татар Һаҫыҡкүле, Табын), эзбизташ (Воскресенск), гипс (Аҡташ), кирбес сеймалы (Һамар, Үтәш) ятҡылыҡтары бар.

Аҡкүлдең тирә-яғында йәшәгән ҡондоҙ, һыуһар, шәшке, бурһыҡ һ.б. йәнлектәрҙе ҡурсалау өсөн Аҡкүл дәүләт заказнигы ойошторолған. Аҡкүл, Красноусол минераль һыуҙар, Ҡотлоғужа ауылы янындағы диңгеҙ фауналы өҫкө аҡбур осоро тоҡомдарының күренеп ятҡан урыны, Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүек ҡыуаҡлыҡтары, Еҙем йылғаһының урта ағымындағы шыршылыҡтар тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.

[үҙгәртергә] Иҡтисад

Район иҡтисады ауыл хужалығы һәм урман сәнәғәте йүнәлешле. Ауыл хужалығы ерҙәре 85,2 мең га (райондың дөйөм майҙанының 28%) алып тора, шуның 50,3 мең га-һы — һөрөнтө ерҙәр, 12,2 — сабынлыҡтар һәм 22,7 мең га — көтөүлектәр. Райондың Көнбайышдағы тигеҙлек көньяҡ урман-дала зонаһына ҡарай һәм яҙғы бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, картуф, йәшелсә үҫтереүгә, һөт-ит йүн-дәге һыйыр малы, сусҡа һәм һарыҡ аҫырауға махсуслашҡан. Умартасылыҡ киң таралған. Райондың һөрөнтө ере күп булмаған көнсығыш тау-урман өлөшөндә ит-һөт йүн-дәге малсылыҡ өҫтөнлөк итә. Райондың 184,1 мең га майҙанын (Район территоряһының 60,6%) урман ҡаплай. Ағас запасы 28529,5 мең м3, күбеһен өлгөргән һәм оҙаҡ торған йомшаҡ япраҡлы ағастар тәшкил итә. Нефть ятҡылыҡтарында “Ишембайнефть” НГДУ-һы эш алып барауылы

[үҙгәртергә] Транспорт

Район територияһын Көнбайышта Өфө—Ырымбур тимер юлы киҫеп үтә. Талбаҙы— Красноусол һәм Архангель—Красноусол—Петровск автомобиль юлдары мөһим роль уйнай.

[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 57 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 26 урта мәктәп; Красноусол ПУ-һы, 33 дөйөм китапхана, 46 клуб учреждениеһы, Ҡаранйылға ауылында Ж.Кейекбаев музейы, үҙәк Район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы бар. Район территорияһында “Красноусол” курорты урынлашҡан. Башорт телендә “Табын”, урыҫ телендә “Звезда” газеталары сыға.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә