Ғәбәши Солтан Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солтан Ғәбәши
Төп мәғлүмәт
Тыуған

1 май 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Кесе Сулабаш ауылы, Ҡазан губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһы Бейектау районы)

Үлгән

8 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (50 йәш)

Үлгән урыны

Салҡаҡ ауылы, Борай районы, Башҡорт АССР-ы

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәрҙәре

композитор

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Ғәбәши Солтан Хәсән улы (Солтан Ғәбәши, Солтанәхмәт Хәсәнғата улы) (1 май 1891 йыл, Ҡазан губернаһы Кесе Сулабаш ауылы — 8 ғинуар 1942 йыл, БАССР‑ҙың Борай районы Салҡаҡ ауылы) — композитор, фольклорсы, музыка-йәмәғәт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1898 йылда Ғосмания мәҙрәсәһендә, һуңыраҡ Өфө реаль училищеһында һәм Ғәлиә мәҙрәсәһендә, 1916—1917 йылдарҙа Ҡазан университетында уҡый, бер үк ваҡытта Өфө һәм Ҡазандың танылған музыканттарынан музыка дәрестәре ала. 1917 йылдан алып Ҡазандың музыка һәм педагогия техникумдарында уҡыта. 1932 йылдан башлап Өфөлә йәшәй: Башҡортостан милли мәҙәниәт ҒТИ хеҙмәткәре, шул уҡ ваҡытта Башҡорт сәнғәт техникумында уҡыта; 1936 йылдан алып БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ хеҙмәткәре. 1941 йылдан башлап Салҡаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы. Композиторҙың ижадына милли аһәң һәм классик музыка тәьҫирлелеге берлеге хас.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Солтан Ғәбәши. Өфө, 1937 йыл

Ғ. С. Әлмөхәмәтов һәм В. И. Виноградов менән берлектә «Сания» (Ф. Әмирхан либреттоһы, 1925) һәм «Эшсе» (М. Ғафури либреттоһы, 1930; икеһе лә Ҡазанда татар телендә ҡуйыла) операларын, шулай уҡ БАССР‑ҙың барлыҡҡа килеүенә 10 йыл тулыуға арнап, симфоник оркестр өсөн «Башҡортостан маршы» («Тантаналы марш»; 1929) һ. б. ижад итә. «Вальс», «Ҡайғы», «Пикник», «Ҡайғынан һуң шатлыҡ», «Марш», «Йәшлек» һ. б. инструменталь пьесалар; Ғ. Исхаҡиҙың «Зөләйхә», Ф. Бурнаштың «Таһир менән Зөһрә», Ғ. Рәхимдең «Буҙйегет», М. Джанандың «Шаһнамә» һ. б. спектаклдәргә музыка; М. Хәй һүҙҙәренә «Ҡурай» һәм а cappella хоры өсөн «Кәкүк» вокаль циклы авторы; башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын хор өсөн эшкәртә. СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. Өфөлә һәүәҫкәр хорҙар һәм оркестрҙар ойоштора, лекциялар менән сығыш яһай, башҡорт һәм татар милли музыкаһы тураһыда мәҡәләләр яҙа.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1909 йылда Өфө «Милли көйҙәр, сәхнә һәм әҙәбиәт» түңәрәге концерттарында ҡатнаша, Әлмөхәмәтов менән бергә Көньяҡ Урал буйлап һәм Волга буйында гастролдәрҙә була. 1932—1934 йылдарҙа Башҡортостан буйлап музыкаль-этнографик экспедицияларҙа А. С. Ключарёв менән берлектә 50 башҡорт халыҡ йырын яҙып алып, нотаға һала, улар «Башҡорт халыҡ йырҙары» (1935) йыйынтығына инә. 1932 йылда Өфө эшселәре һәм ҡыҙылармеецтары араһында йыйған фольклор әҫәрҙәре өлгөләре «Фабрика һәм завод йырҙары» («Песни фабрик и заводов»), «Ҡыҙылармеецтар йырҙары» («Красноармейские песни») йыйынтыҡтарына нигеҙ була. «Башланғыс мәктәптәр өсөн музыканан программа» (1933; Х. К. Ибраһимов һәм И. В. Салтыков менән берлектә) төҙөүселәренең береһе.

Мәжит Ғафуриҙың «Май йыры» шиғырына музыка авторы.

Композиторҙар союзы ағзаһы (1940).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Газиз Альмухаметов и Султан Габяши в Казани: материалы и док. — Уфа, 1995;
  • Султан Габяши: материалы и исслед. — Казань, 2000;
  • Композиторы и музыковеды Башкортостана: очерки жизни и творчества. — Уфа, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]