Ғәмәли Мәғариф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ғәмәли́ Мәғари́ф - Рон Хаббард асҡан уҡытыу технологияһын таратыу өсөн нигеҙләнгән ойошма. Штаб квартираһы АҠШла Миссури штатының Сент-Луис ҡалаһында урынлашҡан. Был ойошма 1972 йылда барлыҡҡа килә һәм Тормошто һәм Мәғарифты Яҡшыртыу Ассоциацияһы менән идара ителә. Донъяла 760 филиал 100 мең уҡытыу өлкәһендә эшләгәндәргә һәм 28 миллион студенттарға файҙа килтерә.

Уҡытыу технологияһы[үҙгәртергә]

Рон Хаббард уҡытыу технологияһында һүҙлек, демонабор (ваҡ нәмәләр), пластилин ҙур күләмдә ҡулланыла. Студент экзаменды яҡшы бирмәйенсә алға бармай.

Рон Хаббард буйынса кеше һүҙ аңламағандан һуң өйрәнгән өлкәнән алыҫайа һәм аҙаҡ шул өлкәгә ҡаршы берәй нәмә эшләй.[1]

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Бюллетень ОХС от 8 сентября 1964 Оверты: что стоит за ними?