Ҡабырсаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ҡабырсаҡтар — пластинка айғолаҡлы моллюскылар (Bivalvia), моллюскылар класы. Экәм-төкәмдәрҙең ҡаты ҡабығы; ҡусҡар ҡабырсағы; ке яҡҡа асылмалы таш кеүек ҡаты ҡабыҡлы әкәм-төкәм; диңгеҙ ҡабырсағы[1].

Схема строения края раковины Conchifera. 1 — периостракуманың тышҡы ҡатламы; 2 — периостракуманың эске ҡатламы; 3 — остракум; 4 — гипостракум; 5 — эпителиялар мантияһы ; 6 — периостракума биҙе; 7 — периостракумдың эске өлөшөнөң секреция урындары; 8 — остракумдың секреция урындары; 9 — гипостракумдың секреция урындары

Таралышы[үҙгәртергә]

Яҡынса 20 мең төрө билдәле, Донъя океанында, бер аҙ тоҙло һәм сөсө һыуҙа киң таралған. БР‑ҙа 40‑тан ашыу төрө бар, башлыса анодонталар, горошинкалар, шаровкалар.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Тәне ике яҡлап симметриялы, оҙонлоғо бер нисә мм алып 10 см тиклем һәм унан да ашыу. Кәүҙәнән һәм ҙур шына рәүешле аяҡтарҙан тора, мантия м‑н ҡапланған һәм ике ҡапҡаслы ҡабырсаҡ эсендә урынлашҡан. Ҡабырсағының ҡапҡастары һығылмалы тышҡы конхиолин ярыһы (лигамент) ярҙамында ярым асылған рәүештә тора, 1 йәки 2 ябыусы мускул м‑н ябыла. Башы юҡ. Ауыҙ уйымы кәүҙәһенең алғы осонда аяҡ төбө өҫтөндә урынлашҡан. Ашҡаҙанының эсендә кристалл “һабаҡлы” тоҡ рәүешле үҫентеһе бар (аш һеңдереүҙә һәм организмды анаэроб шарттарҙа кислород м‑н тәьмин итеүҙә ҡатнаша). Бауыры, башҡа моллюскыларҙан айырмалы рәүештә, өс өлөшлө. Нервы системаһы 3 пар ганглийҙан тора. Тойоу ағзалары насар үҫешкән. Айғолаҡтар менән тын ала. Күпселек төрҙәренең ныҡ ептәр (биссус; улар ярҙамында моллюскылар субстратҡа йәбешә) бүлеп сығарған биссус биҙе бар. Айырым енесле (йылға анодонталары), һирәк осраҡта гермафродит (шаровкалар, борсаҡсыҡтар). Аталаныу тышта бара.

Йәшәйеше һәм үрсеүе[үҙгәртергә]

Основные части, выделяемые у раковины брюхоногих моллюсков. На примере раковины Charonia tritonis

Күпселек төрҙәрҙең балағорттары (трохофора, велигер) планктондыңтөп өлөшөн тәшкил итә, йылға ҡабырсыҡтары, анодонталарҙыҡы — глохидиялар балыҡтарҙа паразит булып йәшәй. Ваҡ планктон организмдары (бактериялар, ылымыҡтар һ.б.), детрит менән туҡлана. БР‑ҙа күлдә, быуала, йылғала, һыуһаҡлағыстарҙа тереклек итә. Һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуҙа ҡатнаша, күп балыҡтар өсөн аҙыҡ булып тора. Ҡайһы берҙәренең (ябай йылға ҡабырсағы) ҡабырсаҡтарынан биҙәүестәр эшләйҙәр. Күп төрҙәре (мәҫәлән, йылға дрейссенаһы), һыу төбөндә өйкөмдәр барлыҡҡа килтереп, судноларға һәм гидротехник ҡоролмаларға зыян килтерә.

Галерея[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)


Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Наталья Московская. Раковины мира. История, коллекционирование, искусство. Издательства: Аквариум-Принт, Харвест, 2007 г. Твёрдый переплет, 256 стр.


Ҡалып:Скелет