Ҡаймалы аусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаймалы аусы

Ата үрмәксе

Инә үрмәксе
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Dolomedes fimbriatus (Clerck, 1757)

Ареал
изображение

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  878491
EOL  1198589

Ҡаймалы аусы, доломед (лат. Dolomedes fimbriatus, (рус. Охотник каёмчатый[1]) — Pisauridae ғаиләһенән пранеоморф үрмәкселәр төрө . Евразияла таралған, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә таралған.

Инә доломедтың оҙонлоғо − 13-18 мм, ата заттыҡы — 10-12 мм. Баш күкрәк һәм ҡорһағы ҡыҙғылт көрән төҫтә, ян ҡырыйҙары буйлап һары һыҙыҡтар һуҙылған, аяҡтары һары, ҡара төксәле. Доломед, башҡа үрмәкселәрҙән айырмалы булараҡ, ау йәтмәләре ҡормай, ә ҡорбанын эҙәрлекләй. Һыуҙа һәм һыу янында йәшәүсе бөжәктәр менән туҡлана. Һыу өҫтөнән яҡшы йүгерә, йөҙә һәм сума. Ҡайһы ваҡыт бәләкәй балыҡ , сүмесбаштарға һөҗүм итә. Аталаныуҙары яҙ була. 3-4 аҙнанан һуң инә доломед әҙерләнгән куҙыға 500—600 йомортҡа һала. Нәҫел барлыҡҡа килгәнсе, хелицерҙары менән тотоп, ул уны бөтә ерҙә лә үҙе менән йөрөтә йәки яр буйы үҫемлектәренә аҫып ҡуя һәм һаҡлай. Йәш үрмәкселәр йәй уртаһында сыға. Ағымһыҙ һыу буйҙарында, һаҙлыҡ үҫентеләре араһында йәшәй. Лишайниклы мүкле, еләкле наратлыкларны, уҫаклыҡ һәм һыу баҫа торған болындарҙы үҙ итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В. Е. Соколов. Жизнь животных. Быуынтыҡ аяҡлылар / под редакцией М. С. Гилярова, Ф. Н. Правдина. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1984. — Т. 3. — С. 68. — 463 с. — 300 000 экз.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В. Е. Соколов Жизнь животных. Быуынтыҡ аяҡлылар / под редакцией М. С. Гилярова, Ф. Н. Правдина. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1984. — Т. 3. — С. 68. — 463 с. — 300 000 экз.