Ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар
Gyrinus natator.jpg
Gyrinus natator
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Gyrinidae Latreille, 1802

Номенклатура тибы
Роды:
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   112653
NCBI   107778
EOL   7435

Ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар (лат. Gyrinidae, урыҫ. Вертячки) — Adephaga аҫотрядынан ғаиләһе, аҫотрядындағы ҡуңыҙҙар ғаиләһе. 800 дән артыҡ төрө бар, Ҡара аяҡлы (Gyrinus marinus Gill) һәм һары аяҡлы (G. natator L.) ҡаймаҡсы ҡуңыҙҙар киң таралған.

4—7 мм, ҡара төҫтә, ғәҙәттә, өсте ныҡ ялтырый, ҡанат өҫлөктәренең осо тупаҫланған. Алғы аяҡтары оҙон, эләктереп алырға, урталағылары һәм арттағылары йөҙөүгә яйлашҡан. Күҙҙәре баш сығымы менән бүленгән. Өҫтәгеһе һауала күреү, аҫтағыһы һыу аҫтында күреү өсөн хеҙмәт итә. Йыйылған һәм аға торған һыуҙа йәшәйҙәр. Бөжәктәр араһында иң әйбәт йөҙөүселәр. Йыш ҡына һыу өҫтөндә тиҙ әйләнеп һәм борғаланып йөҙәләр, ҡурҡыныс янағанда сумалар. Йыртҡыстар. Ваҡ бөжәктәр һ.б. умыртҡаһыҙҙар менән туҡланалар. Личинкаһы нәҙек һәм оҙонса, оҙонлоғо 14 мм-ға ҡәҙәр, һаңаҡтары менән һулай, һыу төбендә йәки үҫемлектәр араһында һыуҙа үҫә, йыртҡыс. Һыу ярындагы дымлы тупраҡта ҡурсаҡҡа әүерелә.

Һыу өҫтөндә ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар (Мичиган штаты, АҠШ).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]


Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Жадин В.И., Герд С.В. Реки, озера, водохранилища СССР, их фауна и флора. М., 1961; Бей-Биенко Г.Я. Общая энтомология. М., 1966; Краткий определитель водных беспозвоночных Среднего Поволжья. Казань, 1977.