Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эшкәртеү халык-ара символы

Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү (икенсел эшкәртеү; ингл. recycling) — Халыҡ хужалығында ҡалдыҡтарҙы ҡабаттан файҙаланыуҙы тәьмин итеү һәм сеймал, энергия, изделиелар һәм материалдар алыу маҡсатында улар менән эш итеүгә бәйле эшмәкәрлек.

Ул ҡалдыҡтарҙы ғәҙәти күмеүҙәге экологик альтернатива булып тора. Файҙаланылған ресурстар һанын кәметергә, шулай уҡ ташландыҡ парник газдарын кәметергә мөмкинлек бирә.

Эшкәртеү ҡалдыҡтарҙы күмеүгә юл ҡуймаҫҡа һәм беренсел сеймалды ҡулланыуҙы кәметергә, шул рәүешле энергия ҡулланыуҙы, һауаның бысраныуын (яндырыуҙан), һыуҙың бысраныуын, тупраҡтың бысраныуын (күмеүҙән) кәметергә мөмкин. Дөйөм ҡабул ителгән яуаплы ҡулланыу һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү иерархияһына ярашлы, 1-се урынға ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеүен кәметеү, һуңынан икенсел файҙаланыу һәм эшкәртеү, артабан яндырыу принцибы ҡуйыла.[1][2] Сүп-сарҙы полигонда күмеү алымы иң ҡулайһыҙ вариант тип һанала.


Эшкәртеү һәм утилләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эшкәртеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сүп-сарҙы эшкәртеүҙе утилләштереүҙән айырмалы рәүештә айырып ҡарарға кәрәк. Эшкәртеүҙең маҡсаты - ҡалдыҡтарҙы икенсел сеймалға, энергияға йәки билдәле бер ҡулланыу үҙенсәлектәренә эйә булған продукцияға әйләндереү. Ҡалдыҡтарҙы ҡабаттан үҙләштереү эшкәртеүҙе лә, физик, химик йәки биологик торошон үҙгәртеүҙе лә үҙ эсенә алырға мөмкин. Сүп-сарҙан, шул иҫәптән быяла, ҡағыҙ, алюмин, асфальт, тимер, туҡымалар, пластиктың төрлө төрҙәре һәм органик ҡалдыҡтар (күп һанлы зарарлы матдәләрҙең, хатта бактерияларҙың, вирустарҙың сығанаҡтары) эшкәртелә. Матди, транспорт, финанс һәм кеше ресурстары сығымдарының саманан тыш ҙур булыуы сәбәпле ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙең айырым процестары техник яҡтан маҡсатҡа ярашһыҙ йәки иҡтисади яҡтан файҙаһыҙ булыуы мөмкин.

Ҡалдыҡтарҙы эшкәрткәндәлә ҡалдыҡтар ҡалыуы мөмкин.

Утилләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалдыҡтарҙы утилләштереү - ҡалдыҡтарҙы тауарҙар (продукция) етештереүҙә, эштәр башҡарыуҙа, хеҙмәттәр күрһәтеүҙә файҙаланыу, шул иҫәптән ҡалдыҡтарҙы ҡабаттан тура тәғәйенләнеше буйынса ҡулланыу (рециклинг), тейешле әҙерлектән һуң уларҙы етештереү циклына кире ҡайтарыу (регенерация), шулай уҡ уларҙы ҡабаттан ҡулланыу (рекуперация) өсөн файҙалы компоненттар сығарыу (рекуперация)[3];

Сүп-сарҙы утилләштереү аҫтында (от лат. utilis — файҙалы) түбәндәге төшөнсәләр аңлатыла:

  • ҡалдыҡтарҙы технологик циклдарының төрлө стадияларында файҙаланыу;
  • Үҙ ваҡытын эшләгән йәки бракка сығарылған изделиеларҙы икенсел файҙаланыуҙы йәки эшкәртеүҙе тәьмин итеү.

Заманса продукцияны проектлағанда уны утилләштереү - етештереүҙә һәм файҙаланыуҙа барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтарҙы һөҙөмтәле утилләштереүҙе тәьмин итеүсе күрһәткестәр комплексы - ҡарала.

Шулай итеп, утилләштереү һәм эшкәртеү төшөнсәләре киҫешә. Мәҫәлән, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү уларҙы икенсел файҙаланыу өлөшөндә утилләштереүҙе үҙ эсенә алырға мөмкин, ә утилләштереү техник, технологик йәһәттән кәрәкле йәки ҡануниәт тарафынан талап ителгән осраҡта ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙе лә индерә ала.

Икенсе яҡтан, утилләштереү ҡалдыҡтарҙы продукцияла туранан-тура, эшкәртеүһеҙ файҙаланырға мөмкин булған ерҙәрҙе эшкәртеүҙе ҡарамай. Күпселек белгестәр фекеренсә, икенсел ресурстарҙан, етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарынан тыш, утилләштереү туранан-тура ҡулланылыш тапмаған ресурстарҙа ла ҡулланыла[4].


Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Jens Lienig, Hans Bruemmer. Recycling Requirements and Design for Environmental Compliance (ингл.). Springer, Cham (26 апрель 2017). doi:https://doi.org/10.1007/978-3-319-55840-0_7. Дата обращения: 8 сентябрь 2020. Архивировано 6 август 2020 года.
  2. European Commission. EU Waste Legislation (2014). Архивировано из оригинала 12 март 2014 года.
  3. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; :0 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. Борисов А. Б. «Большой экономический словарь» — М.: Книжный мир, 2003. — 895 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

русса

Статьи:

  • Вера Колерова Полезные НЕископаемые (русский) // Бизнес-журнал : журнал. — М., 2015. — № 11 (235). — С. 32—37. — ISSN 1819-267X.
  • Ольга Тимофеева. Россия сортировочная. Русский репортёр (22 июль 2009). Дата обращения: 9 сентябрь 2016. Архивировано 19 февраль 2012 года.
башҡа телдәрҙә