Ҡамғаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡамғаҡ
Йәйелмә ҡамғаҡ
Качим ползучийтиповой вид рода Качим.
Общий вид группы цветущих растений
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Gypsophila L., 1753

Синонимдар
Номенклатура тибы
Бүлендек таксондар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   20289
NCBI   146094
EOL   59327
GRIN   5272
IPNI   6285-1

Ҡамғаҡ — ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә]

120 төрө билдәле, башлыса Евразияның уртаса бүлкәтендә, Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, һирәгерәк бәләкәй ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ныҡ тармаҡлы, бейеклеге 5—100 см. Япрағы ланцет йәки ҡыяҡ, ултырма, ҡапма-ҡаршы. Сәскәһе аҡ, тоноҡ ал, ҡыҙыл төҫтәрҙә, ваҡ, протандрик, күп һанлы, дихазияларҙа. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бер оялы ҡумта, август—сентябрҙә өлгөрә.

Таралышы[үҙгәртергә]

Бейек ҡамғаҡ республиканың бөтә территоряһында ташлы далаларҙа, һеперткеле ҡамғаҡ — урман-дала һәм дала зоналарында далала, ҡарағай урмандары ситендә, эзбизташлы битләүҙәрҙә, ҡая ҡамғағы — Ейәнсура районының Юлдыбай ауылы янындағы далала, теҙмә ҡамғаҡ — Өршәк һәм Сәрмәсән йылғалары үҙәндәре буйлап, Асылыкүл янындағы тоҙло һәм ҡомло болондарҙа, эндемик Урал ҡамғағы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ҡалҡыу өлөшөндәге ҡаяларҙа һәм тау тундраларында осрай.

Файҙаланылыуы[үҙгәртергә]

Декоратив үҫемлек. Ҡамғаҡтарҙың ҡайһы бер төрҙәренең составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ҡая ҡамғағы һәм теҙмә ҡамғаҡ БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Имән япрағы Был ботаника тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.