Ҡамҡалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡамҡалар
Божья коровка фото.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Coccinellidae Latreille, 1807

Номенклатура тибы
Подсемейства:
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   114329
NCBI   7080
EOL   7459
Уртансы стадиялағы балағорто
Йомортҡалар

Ҡамҡалар (лат. Coccinellidae) — кокцинеллидалар (Coccinellidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе.


Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

4 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралғандар. БР‑ҙа 26 төрө: ике нөктәле ҡамҡа, ете нөктәле ҡамҡа, ун дүрт нөктәле ҡамҡа, егерме ике нөктәле ҡамҡа, үҙгәреүсән ҡамҡа һ.б. Кәүҙәһе өҫ яҡтан ҡабарынҡы, аҫ яҡтан ялпаҡ, оҙонлоғо 4—7 мм. Төҫө сағыу (ҡыҙыл, һары һәм аҡ төҫтәрҙең берләшмәһе). Өҫкө ҡанаты ваҡ ҡара таплы. Башы бәләкәй, алғы күкрәгенә инеп тора. Аяғы 4 быуынтыҡлы. Йомортҡалары сағыу һары, япраҡтарҙың аҫ яғына һала. Балағорттары шыртлы, сөйәлле, ҡыҙғылт‑һары таплы ҡара төҫтә, үҫемлектәрҙә асыҡ рәүештә йәшәйҙәр. Ҡурсаҡтары ҡыҙыл. Япраҡтың аҫҡы яғында ҡурсаҡланалар. Йәш ҡуңыҙҙар ҡурсаҡланыуҙан һуң 1—2 аҙнанан күренә башлай.

Классификация[үҙгәртергә]

БР шарттарында миҙгел эсендә 1—2 быуын үҫә. Ҡуңыҙҙар ағас ҡайырылары аҫтында, ағас ҡыуышында, урман түшәмәһе аҫтында, ҡайһы берҙә ҡаралты ярыҡтарында ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Күпселек бөжәк ашаусы умыртҡалылар өсөн ашарға яраҡһыҙ. Ҡамҡалар һәм уларҙың балағорттары һурнастар, аҡ ҡанатлы көйәләр, үрмәксе ауы талпандары, гөбләләр, күбәләктәрҙең, япраҡ ҡуңыҙҙарының, ҡандалаларҙың йомортҡалары һәм балағорттары һ.б. менән туҡлана. Урманда, далала, болонда йәшәй; республиканың бөтә биләмәһе буйлап таралған. Ҡамҡалар ауыл хужалығын һәм урман культураларын биологик һаҡлау өсөн ҡулланалар.


Галерея[үҙгәртергә]