Ҡанимәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарыҡ ҡан эскесе
Ҡанимәр
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Arthropoda
Класс: Insecta
Отряд: Diptera
Ғаилә: Hippoboscidae
Ырыу: Melophagus
Төр: Melophagus ovinus
Латинса исеме
Melophagus ovinus (Linnaeus, 1758)
M. ovinus ovinus (Linnaeus, 1758)
M. ovinus himalayae (Maa, 1969)
NCBI 452749

Ҡанимәр, һарыҡ ҡан эскесе (лат. Melophagus ovinus) — ҡан эскестәр ғаиләһендәге кескенә ҡанатһыҙ себен. Көнбайыш Европанан Ҡытайға ҡәҙәр таралған, Америка һәм Австралияға килтерелгән. Россияның Көньяк Европа өлөшөндә, Себерҙә (Йырак Көнсыгышҡа ҡәҙәр) күренә.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәүҙәһенең оҙонлоғо 5-7 мм, яҫы, тышҡы билдәһе буйынса үрмәксәне хәтерләтә, төксәләр менән ҡапланған; мороно оҙон, нәҙек, күҙҙәре кескенә; күкрәгенең арты шаҡтай тар; бызылдауыҡтары юҡ; артҡы осо батынҡы, ҡорһағы киңәйгән; төҫө көрән, аҫҡы яғы аҡһыл. Һарыҡтарҙа, һирәк кенә кәзәләрҙә паразитлыҡ итә. Себен һалған личинка оҙонса, аҡ, оҙонлоғо 4 мм-ға яҡын; хайуандың йөнөнә йәбештерелә, шунда ҡурсаҡҡа әйләнә. Бер йылда 6-10 быуынғаса үрсем бирә. Һарыҡтарҙың ҡанын һура торған ҙур себендәр зыян килтерә; һарыҡтар улар тешләп ҡысыттырған урындарын йыш ҡашығанлыҡтан, йөндәре боҙола. Айыруса йәш һарыҡтар зыян күрә, үлергә лә мөмкин.


Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]