Ҡан анализаторҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ҡан анализаторҙары — автоматлаштырылған приборҙар һәм комплекстар, клиник лаборатор диагностика саралары.

Үлсәү өлөшөнән, эшкәртеү (микропроцессорҙар) һәм мәғлүмәтте сағылдырыу (цифрлы индикаторҙар) ҡоролмаларынан торалар. Ҡатмарлы комплекстарҙа эшкәртеү һәм сағылдырыу функцияларын компьютер башҡара. Ғилми-тикшеренеү һәм дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында тикшеренеүҙәрҙең сифатын яҡшыртыу һәм лаборант-аналитиктарҙың эшен тиҙләтеү өсөн ҡулланылалар.

Башҡортостанда 20 б. 90 сы йй. натрий һәм калий иондары концентрацияһын билдәләү өсөн ионселектив ЭЦ 59 (“Кверти-Мед” ЯСЙ) һәм ЭЦ 59М (“Кверти-Лаб” ЯСЙ) Ҡ.а.; ҡандағы кислота һелте тигеҙлеген асыҡлау өсөн ЭЦ 60, глюкоза кимәлен билдәләү өсөн ЭЦ 61 анализаторҙарын (“Кверти-Мед” ЯСЙ); фотоколориметрик портатив АФП 01 анализаторын (“Медицина һәм техник приборҙар” ЯСЙ); ҡан сывороткаһы аҡһымдарын целлюлоза ацетаты плёнкаларында электрофорезлау өсөн ЭБАФ 01 (“Кверти-Лаб” ЯСЙ), “Астра” УЭФ 01 (“Астра” ғилми-производство үҙәге) комплекстарын; биопрепараттарҙы клиник-эксперименталь һәм экспресс-диагностика шарттарында тикшереү өсөн ХЛ 003 хемилюминометрҙарын (Техник системаларҙы медицина-экология яғынан тикшереү б са ӨДАТУ ның һәм БДМУ ның вуз-ара лаб.) уйлап табыу һәм етештереү башлана.